Башҡорт аш-һыуы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
49 юл:
{{main|Башкирский мёд}}
Башҡорт балы үҙенең тәм сифаты менән билдәле һәм башҡорттар уның менән хаҡлы ғорурлана. Бер сәй табынын да башҡорт балынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай, ә яңы ағыҙылған ауыл ҡаймағы яғылған икмәк (бутерброд) — башҡорт милли аш-һыуы өлгөләренең береһе. Башҡорт кешеһе өсөн, үҙе тотҡан умартананмы, әллә туған-тыумасаһы умарталығынанмы алынған, ысын башҡорт балына эйә булыу (бөрйән бал ҡорто) намыҫ эше булып һанала.
 
== Ҡымыҙ ==
{{main|Кумыс}}
Ҡымыҙ башҡорттарҙың милли эсемлеге булып тора. Тәмле ҡымыҙ эшләй белеү элек-электән юғары баһаланған һәм был оҫталыҡ быуындан быуынға тапшырылған. Ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡының үҙенсәлекле тоҡомдарына айырым иғтибар бирелә.
 
Эсеү өсөн яңы ҡымыҙ ҡулланыла, юҡһа ул тиҙ әсей һәм дауалау сифаттарын юғалта. Ҡымыҙ составында аҙ ғына миҡдарҙа иҫерткес тә (алкоголь) бар.