Башҡорт аш-һыуы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
"thumb|250px|Картуф менән бишбармаҡ thumb|220px|Бәрәмәс…" исемле яңы бит булдырылған
 
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Бишбармаҡ.jpg|thumb|250px|Картуф менән бишбармаҡ]]
[[Файл:Belyash.jpg|thumb|220px|Бәрәмәс]]
бәйләнгән һәм көн буйына һелкетенеп йөрөтөлгән.
'''Башҡорт аш-һыуы''' ({{lang-ba|башҡорт аш-һыуы}}) — башҡорттарҙың традицион аш-һыуы. Халыҡтың йәшәү рәүеше башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, йолаларын һәм аш-һыуын формалаштырған: ауылдарҙа ҡышлау һәм йәйләүҙәрҙә күсмә тормош алып барыу рационды һәм аш-һыу әҙерләүҙе төрлөләндереү мөмкинлеге биргән.
Башҡорт ашамлыҡтары классик тәмләткестәрҙе аҙ һанда ҡулланыу менән айырыла: тик ҡара һәм ҡыҙыл борос ҡулланыла. Башҡорт ашамлыҡтарының үҙенсәлеге булып эҫе ашамлыҡтарҙа ла, закускаларҙа ла итте күп файҙаланыу тора. Башҡорттарҙың ат колбасаһын «ҡаҙы-ҡарта ҡаҙы»һын һәм ат майын яратыуы айырым иғтибарға лайыҡ: башҡорттар ат итен, ҡалын май киҫәктәре һәм, майлы аш тәьҫирен нейтралләштергән әсе ҡорот (әсетелгән һөт продукты) һалынған һурпа ҡушып, ашарға яраталар.
 
Күсмә тормош рәүеше оҙаҡ һаҡларға яраҡлы аҙыҡтарҙың киң рәтен формалаштырыуға килтергән. Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы ите, ҡуй ите, һөт продуктылары, киптерелгән еләк, киптерелгән бөртөклөләр, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта ҡаҙы (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит) (вяленое мясо) тә, шулай уҡ (ҡаҡ), ҡымыҙ, сейәле hары май (вишня в топленом масле), муйыл майы (черемуховое масло), ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — был ашамлыҡтарҙың бөтөнөһө лә йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм уларҙы юлға алыуы уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.