Иҙрисов Фәрит Фәтих улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
26 юл:
 
== Ижады ==
Фәрит Фәтих улы Иҙрисов «Фауст» (Ш. Гуно), «Бал-маскарад» (Дж. Верди), «Ауыл намыҫы» (П. Масканьи) һәм [[Кәмитселәр (опера)|«Кәмитселәр»]] (Р. Леонкавалло), [[Ҡарһылыу (опера)|«Ҡарһылыу»]] (Н. Римский-Корсаков), «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» ([[Исмәғилев, Заһир Ғарип улы|З. Исмәғилев]]) һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйыуҙа ҡатнаша<ref name='bashopera' />
Фәрит Фәтих улының әйтеүенсә, ул Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны музыкаһын республиканың суверенитетын иғлан итер алдынан, 1993 йылда 11-нән 12 октябрға ҡарай төндә яҙған<ref name='mkset'>{{cite web|url=http://www.mkset.ru/news/today/9410|title=Башҡортостан гимны авторҙары бер тин дә гонорар алмаясаҡ|author=Нина Руцкая|date=23.09.2008|work=|publisher=mkset.ru|accessdate=2015-03-21|lang=ru}}</ref>. Гимн музыкаһы башҡорт халыҡ йыры «Урал» нигеҙендә яҙылған.
Бынан тыш, Фәрит Фәтих улы Иҙрисов башҡорт шағирҙары һүҙҙәренә ижад иткән ҡырҡҡа яҡын йыр һәм романс авторы. Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен тынлы һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртә. Урыҫ, башҡорт һәм татар композиторҙарының тынлы һәм симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәренең аранжировкаларын яҙған.