Ризаитдин Фәхретдинов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
104 юл:
}}</ref>.
 
1868—1889 йылдарҙа күрше [[Түбәнге Шилселе (Лениногорск районы)|Түбәнге Шилселе]] ауылы мәҙрәсәһенең шәкерте була. Шул уҡ ваҡытта 1886—1889 йылдарҙа Түбәнге Шилселе мәҙрәсәһендә хәлфәлек вазифаларын башҡара. 1887 йылда тәүге тапҡыр [[Өфө]]гә, ә 1888 йылда [[Санкт-Петербург]]ҡа сәйәхәт ҡыла. Петербургта дин әһелдәре һәм ғалимдар, шул иҫәптән ''Ямалетдин әл-Афғани'' менән осраша<ref name="Материалы к биобиблиографии Ризы Фахретдинова"/>.
 
1887 йылда [[Ҡазан]]да «Китабе әт-тәсриф. Ғилми сарыф» («Морфология буйынса китап») исемле тәүге китабын нәшер итә, ул [[ғәрәп теле]] буйынса әсбап булып тора<ref name="Башкортостан: краткая энциклопедия"/>. 1888 йылда — «Китаба мөҡәддимә» һәм «Китабел иғтибар» тигән йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Был китаптарҙың өсөһө лә мәҙрәсәлә уҡыу-уҡытыу мәсьәләләренә арналған ҡулланмалар.