Иҙрисов Фәрит Фәтих улы: өлгөләр араһындағы айырма

хәрби дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Фамилиялаш|Иҙрисов}} {{Музыкант |Имя = Иҙрисов Фәрит Фәтих улы |Изображ…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

17:07, 13 декабрь 2016 өлгөһө

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (12 июнь 1954 йыл) — рәсәй дирижёры, композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимны музыкаһы авторы[1].

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы
Тыуған

12 июнь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Ырымбур

Ил

Рәсәй

Һөнәрҙәре

дирижёр

Жанрҙар

опера, балет

Биографияһы

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы 1954 йылдың 12 июнендә Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1980 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.С.Петров класы) тамамлай. Консерваторияны тамамлағас Ульяновск ҡалаһының элемтә юғары хәрби-командирҙар училищеһына дирижер итеп ебәрелә. 1986 йылда ул лётчиктарҙың Өфө юғары хәрби авиация училищеһының беренсе профессиональ тынлы оркестрын ойоштора, үҙе оркестрҙың етәксеһе һәм баш дирижёры була. 2002 йылда Ҙур театрҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, профессор М. Эрмлерҙа стажировка үтә. Шунан һуң Ф. Иҙрисов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестрына дирижёр итеп эшкә саҡырыла[1].

Ижады

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов «Фауст» ([[Гуно, Шарль Франсуа|Ш. Гуно])], «Бал-маскарад» (Дж. Верди), «Ауыл намыҫы» (П. Масканьи) һәм «Кәмитселәр» (Р. Леонкавалло), «Ҡарһылыу» (Н. Римский-Корсаков), «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» (З. Исмәғилев) һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйыуҙа ҡатнаша[1] Фәрит Фәтих улының әйтеүенсә, ул Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимны музыкаһын республиканың суверенитетын иғлан итер алдынан, 1993 йылда 11-нән 12 октябрға ҡарай төндә яҙған[2]. Гимн музыкаһы башҡорт халыҡ йыры «Урал» нигеҙендә яҙылған[сығанаҡ 3321  көн күрһәтелмәгән]. Бынан тыш, Фәрит Фәтих улы Иҙрисов тарафынан йөҙҙән артыҡ йыр һәм халыҡ йырҙарының эшкәртеүе, урыҫ, башҡорт һәм татар композиторҙарының тынлы һәм симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәренең аранжировкалары яҙылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 Фәрит Иҙрисов. bashopera.ru. Дата обращения: 21 март 2015.
  2. Нина Руцкая. Башҡортостан гимны авторҙары бер тин дә гонорар алмаясаҡ. mkset.ru (23 сентябрь 2008). Дата обращения: 21 март 2015.

Һылтанмалар