Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
50 юл:
Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлы хәрби—революцион комитеты (Башревком) [[1919]] йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Баймаҡ районы]]) I Бөтөн башҡорт хәрби съезында ойошторола. 22 февралдә республика территорияһындағы властың бөтә тулылығы менән Башревкомға йөкмәтелеүе хаҡында фарман сыға.
 
Ревкомдың беренсе рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]] була. Башревком 15 комиссариаттан тора — сит ил эштәре, хәрби ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]), социаль яҡтан тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек ([[Абдулла Әҙеһәмов]]), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс ([[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|Усман Ҡыуатов]]), игенселек (Ғәней Ҡарамышев), эске эштәр һәм милләттәр ([[Фәтих Төхвәтуллин]]), хеҙмәт ([[Ильяс Алкин]]), мәғариф ([[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|Аллабирҙе Йәғәфәров]]), юстиция ([[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]]), тышҡы һәм эске сауҙа ([[Мағазов Cәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|Сәйетгәрәй Мағазов]]). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.
 
Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү]] төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]], Башревком ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты Әбдрәшит Бикбауов<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы]</ref>. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.