Бирюков Владимир Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
23 юл:
}}
 
'''Бирюков Владимир Павлович''' ([[10 июль]] [[1888]] — [[18 июнь]] [[1971]]) — [[Урал]]ды өйрәнеүсе [[тарих]]сы, лексикограф, [[археология|археолог]], фольклорсы, 30-ҙан артыҡ китап һәм брошюра авторы, [[1955]] йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы.
 
== Биографияһы ==
36 юл:
 
[[1923]] йылда Бирюков башта СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Үҙәк крайҙы өйрәнеү бюроһы ағза-корреспонденты, һуңынан мөхбир ағзаһы итеп һайлана, Үҙәк бюроның конференциялары һәм пленумдары эшендә әүҙем ҡатнаша. [[1925]] йылдың сентябрендә В. П. Бирюков СССР Фәндәр академияһының 200 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша, [[13 сентябрь|13 сентябрҙә]] Ҙур театрҙа үткән тантаналы йыйылыш Президиумына һайлана.
 
1920 йылдар башында Фәндәр академияһы «Рус теле һүҙлеге»н («Словарь русского языка» (1891—1937) сығарыуҙы яңынан башлай. Бирюков был эштә туранан-тура ҡатнаша, 1933 йылға тиклем уға тикшереү өсөн типографияла йыйылып, әле биттәргә бүленмәгән набор һәм шул наборҙың ҡағыҙға күсерелгән баҫмаһын (гранкаларҙы) ебәреп торалар. Һүҙлектең 14 бүлегендә В. П. Бирюковтың исеме баҫманы тулылыландырып сығарыуға булышлыҡ итеүселәр иҫәбендә аталған.
 
[[1930]] йылдан [[1938]] йылғаса [[Свердловск өлкәһе|Свердловск өлкә]] крайҙы өйрәнеү бюроһында, [[1940]]—[[1950]] йылдарҙа Шадринск ҡалаһында эшләй. [[1962]] йылда үҙе йыйып туплаған документтарҙы [[Свердловск]] ҡалаһына күсерә. Улар артабан Әҙәбиәт һәм сәнғәт үҙәк дәүләт архивының Урал бүлексәһен (хәҙер Свердловск өлкәһе Дәүләт архивы фонды) булдырыуға нигеҙ була. Свердловск өлкә башҡарма комитеты ҡарары менән тыуған яҡты өйрәнеүсенең ҡулъяҙмалары һәм китаптарының бай йыйылмаһынан [[1964]] йылда Урал әҙәбиәт һәм сәнғәт архивы ойошторола, В. П. Бирюков йәмәғәт башланғысында уның директоры була.
 
[[1954]] йылдың ғинуарында [[СССР Яҙыусылар союзы]]ның Свердловск бүлексәһе Бирюковты был ижади берләшмәгә ағза итеп тәҡдим итә, һәм 1955 йылдың 10 февралендә ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.
 
Владимир Павлович Бирюков 1971 йылдың 18 июнендә Свердловск ҡалаһында (хәҙер Екатеринбург) вафат була, Түбәнге Исет зыяратында (Нижне-Исетское кладбище) ерләнә.
 
== Хәтер ==