Сәлихов Яхъя Шәрәф улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Фамилиялаш|Сәлихов}} {{Персона |имя = Яхъя Шәрәф улы Сәлихов |оригина…" исемле яңы бит булдырылған
 
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
|викисклад =
}}
'''Яхъя Шәрәф улы Сәлихов''' (1893—1937) — [[башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте]] эшмәкәре.
 
== Тормош юлы ==
Сәлихов Яхъя Шәрәф (Мөхәмәтшәриф) улы 1893 йылда [[Һамар губернаһы]] [[Быҙаулыҡ өйәҙе]] (хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]]нең [[Тоцк районы]]) Ҡыҙыл Мәсет ауылында тыуған. Милләте буйынса [[башҡорт]]<ref name="Книга памяти РБ">{{cite web|author=|datepublished=|url=http://lists.memo.ru/d29/f156.htm|title=Салихов Яхья Шарапович|lang=|publisher=Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 4. – Уфа, 2003. – С. 417–418.}}</ref>.
 
[[Быҙаулыҡ (ҡала)|Быҙаулыҡ]] ҡалаһының реаль училищеһын, ә 1916 йылда  — [[Харьков]] ҡалаһының Новоалександрийский ауыл һәм урман хужалығы институтын тамамлай<ref name="Ярмуллин А. Ш.">{{БЭ2013У|index.php/component/content/article/2-statya/5143-salikhov-yakh-ya-sharapovich|автор=[[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]] }}</ref>
 
1916—1917 йылдарҙа рус армияһы составында [[Беренсе донъя һуғышы]]нда ҡатнаша. [[Киев]] ҡалаһындағы прапорщиктар мәктәбен тамамлай һәм прапорщик дәрәжәһен ала. 170-се запас пехота полкында хеҙмәт итә. Аҙаҡ подпоручик званиеһын ала. Демобилизацияланғас, Быҙаулыҡ өйәҙе земствоһында агроном ярҙамсыһы булып эшләй<ref name="Ярмуллин А. З.">{{книга | автор = [[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]] | заглавие = Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар| ссылка= | ответственный = | место = Өфө| издательство =| год = 2009| том = | страниц = 222| страницы = 167—168| isbn = | ref= }}</ref>.
 
1917 йылда [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары]] делегаты була. I Бөтә башҡорт ҡоролтайында барышында [[Башҡорт үҙәк шураһы]]ның башҡарма комитеты ағзаларының ярҙамсыһы итеп һайлана<ref name="История башкирского народа">{{книга|автор=|заглавие= История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. [[Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы|М. М. Кульшарипов]]; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН|ссылка= |ответственный =|место= Уфа|издательство = Гилем|год= 2010|том= V|страниц= 468|страницы=103, 119, 121|isbn=978-5-7501-1199-2 }}</ref>. [[Өфө]]лә үткән II Бөтә башҡорт ҡоролтайында, башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы депутатлығына кандидаттарҙы раҫлау һорауы күтәрелә. Һамар губернаһы буйынса башҡорт-федералисттарының 4-се һанлы исемлеге төҙөлә, бында [[Харис Йомағолов]] һәм Яхъя Сәлихов тәҡдим ителә<ref name="История башкирского народа" />. 1918 йылдың мартында [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡурдистан»]] гәзите: ''«28 (15) февралендә ҡулға алынған Башҡортостандың хужалыҡ бүлеге мөдире Сәлихов Ырымбурҙан тиҙ генә сығып китеү шарты менән иреккә ебәрелә. Сәлихов [[Ташкент]]ҡа китә»''— тип хәбәр итә<ref>{{книга|автор=|заглавие= Документы и материалы по истории башкирского народа (1900–1940) / Сост.: М. М. Кульшарипов, М. Н. Фархшатов, Д. Х. Янтурин, Р. З. Алмаев, Р. О. Багаутдинов, Р. Р. Газизов, Р. М. Зиязетдинов, А. Д. Казанчеев, К. К. Каримов, П. Ф. Назыров, Ю. Х. Юлдашбаев, А. З. Ярмуллина|ссылка= |ответственный =|место= Уфа|издательство = |год= 2012|том=|страниц= 624|страницы=190|isbn= 978-5-916-08093-3}}</ref>. [[Ырымбур]] аҡтар ҡулына күскәс, 1918 йылдың июлендә башҡа Милли шура ағзалары менән бергә ҡалаға килә<ref name="История башкирского народа" />.
 
1918 йылдың авгусынан [[Башҡорт хөкүмәте]]нең Урман бүлеге мөдире, ә шул уҡ йылдың 27 сентябренән  — Агрономия бүлеге мөдире вазифаларын башҡара<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
1919 йылдың февралендә [[Башревком]]ға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 1919 йылдың мартынан Көнсығыш фронттың 1-се армияһы штабында Башревком вәкиле була<ref name="Ярмуллин А. Ш."/>.
 
1919 йылдың майында Башревком менән Үҙәк мосолман хәрби-революцион комиссариаты араһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша<ref>{{книга|автор=|заглавие= Документы и материалы по истории башкирского народа (1900–1940) / Сост.: М. М. Кульшарипов, М. Н. Фархшатов, Д. Х. Янтурин, Р. З. Алмаев, Р. О. Багаутдинов, Р. Р. Газизов, Р. М. Зиязетдинов, А. Д. Казанчеев, К. К. Каримов, П. Ф. Назыров, Ю. Х. Юлдашбаев, А. З. Ярмуллина|ссылка= |ответственный =|место= Уфа|издательство = |год= 2012|том=|страниц= 624|страницы=285, 287|isbn= 978-5-916-08093-3}}</ref>. 1919 йылдың майынан [[Башҡорт АССР-ы]]ның финанс халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта июнь айына тиклем Башсовнархоз рәйесе вазифаһын үтәй. Артабан ваҡытлыса Башревкомдың социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй<ref name="Ярмуллин А. З."/>. 1919 йылдың 14 сентябренән Башҡорт АССР-ының ер эштәре халыҡ комиссары вазифаһын башҡара<ref name="Ярмуллин А. Ш."/>.
 
Петровский ауыл хужалығы академияһында уҡый. 20-се йылдар башында Башҡорт АССР-ының ер эштәре халыҡ комиссариатында ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын үтәй. 1924 йылдың 20 октябрендә [[Махачҡала]] ҡалаһына бара, бында ?[[Дағстан]]? ер эштәре халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы булып эшләй. 1925 йылдың апрелендә Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты саҡырыуы буйынса, БАССР Госпланына эшкә килә һәм уның Ауыл һәм урман хужалыҡтары секцияһына етәкселек итә. 1926 йылдың мартында, бер үк ваҡытта, Башсельхозкредит идараһында эшләй<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
Аҙаҡ [[Мәскәү]]ҙә йәшәй. 30-сы йылдарҙа [[Ленинград]]та Степан Разин исемендәге һыра заводында һоло сифаты буйынса күҙәтеүсе инспектор булып эшләй<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
1937 йылдың 14 авгусында ҡулға алына, шул уҡ йылдың 27 октябрендә атыла. 1991 йылдың 18 октябрендә аҡлана<ref name="Книга памяти РБ"/>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
47 юл:
== Әҙәбиәт ==
* {{книга| автор =| заглавие = А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов| ссылка = | ответственный = | место = Уфа| издательство = Китап| год = 2005| том = | страниц = 392| страницы =53, 151, 226, 240| isbn = 5-295-03702-9 | ref = }}
* Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–19251917—1925). Т. 1.  — Уфа, 2002.  — С. 142, 179.
* Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–19251917—1925). Т. 2. Ч. 1.  — Уфа, 2002.  — С. 283, 579.
* Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–19251917—1925). Т. 4. Ч. 1.  — Уфа, 2008.  — С. 248, 392.
 
== Һылтанмалар ==