Ризаитдин Фәхретдинов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
139 юл:
1906 йылда Диниә назаратындағы ҡазыйлыҡ эшенән китә, ғаиләһе менән [[Ырымбур]] ҡалаһына күсеп килә.
 
1906—1908 йылдарҙа «Ваҡыт» гәзите редакцияһында мөхәррир урынбаҫары булып эшләй<ref name="Башкортостан: краткая энциклопедия"/>. 1906 йылда [[Урыҫ инҡилабы (1905—1907)|Урыҫ инҡилабына]]на теләктәшлек белдергән һәм өмөт бағлаған «Дума вә ислам мәктәптәре», «Форсат үтмәһен», «Хөрриәт вә руханиҙар» һәм башҡа мәҡәләләрен «Ваҡыт» гәзитендә баҫтыра. Күберәк «Морат», «Юлдаш» псевдонимдары менән яҙыша.
 
1906—1910 йылдарҙа [[«Хөсәйениә» мәҙрәсәһе]]ндә дин дәрестәренән лекциялар уҡый, бер аҙ ваҡыт мөҙәрис вазифаһын үтәй. 1907 йылдың сентябрендә «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә яңыса уҡыу-уҡытыу программаһын раҫлар өсөн [[Санкт-Петербург]]та хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡатнаша.