Сөғд батшалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Әһәмәниҙәр осоро: өҫтәмә мәғлүмәт
→‎Әһәмәниҙәр осоро: өҫтәмә мәғлүмәт
16 юл:
Урта быуаттар башы
IV—V быуаттар аҙағында Согдиананы эфталиттар буйһондора, VI—VII быуаттарҙа иһә — төрки ҡағанлығы. Тоба Вэй идара иткән сорҙа ҡытай хронистары Согдиананы һүрәтләп ҡалдырған (Сутэ 粟特). Согдианаға хунналар баҫып инеп, кенәзде үлтереүе тураһында һөйләнелә (ҡасан һәм ниндәй хунналар икәне билдәле түгел). Дүртенсе кенәз Хуни (忽倪) була. Согд сауҙагәрҙәре Лянчжоуҙа һатыу иткән. Увэйҙы буйһондорғанда Тоба Вэй ғәскәрҙәре согд сауҙагәрҙәрен ҡулға ала. Согд кенәзе уларҙы һатып алырға ризалаша, вэйҙар ҡаршы килмәй, тик сауҙагәрҙәрҙе азат иткәс, дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлә. Мөнәсәбәттәр власҡа 564 йылда Бэй Чжоу килгәс кенә ҡайтанан тергеҙелә.
IV быуаттан VIII быуатҡа тиклем Согд территорияһында әллә күпме автоном кенәзлек булған (улар араһында иң дәрәжәлеһе - Сәмәрҡәнд кенәзлеге). Согд Көнсығыштың иҡтисади һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнаған. Согд сауҙагарҙәре ебәк менән һатыу итеүҙе үҙ ҡулынан ысҡындырмаған. Согд сауҙа һәм игенселек колониялары Монголиянан Ҡытайға һәм Мерваға тиклем төп каруан юлдарында һуҙылған булған. VII быуаттан алып VIII быуат уртаһына тиклем Сәмәрҡәнд Согдында ихшид династияһы идара итә, Шишпир, Вархуман, Мастан-Навиан, Тархун, Гурек, Тургар уның билдәле хөкөмдарҙары булған.
 
== Әҙәбиәт ==