Сөғд батшалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Әһәмәниҙәр осоро: өҫтәмә мәғлүмәт
→‎Әһәмәниҙәр осоро: өҫтәмә мәғлүмәт
12 юл:
Эллинистик осор
Беҙҙең эраға тиклем 329-327 йылдарҙа Согд халҡы Спитамен (беҙҙең эраға тиклем 327 йылда үлтерелә) етәкселегендә Александр Македонскийға ҡаршылыҡ күрһәтә. Иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып Политамет (Зарафшан йылғаһы) янындағы киҫкен бәрелештәр була. Был бәрелештәрҙә ете йыллыҡ хәрби кампания тарихында грек-македония ғәскәрҙәре беренсе тапҡыр еңелә. Шуға ҡарамаҫтан,согд ғәскәрҙәре ихтилалы баҫтырыла. Александр Македонский Согдиана менән Бактрияны бер сатрапҡа берләштерә, уның башлығы итеп Филипп III Аристей ҡуйыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Кирополде (Худжанд) Александр Македонский Александрия Эсхатуға (Александрия Крайняя) үҙгәртә.
Александр Македонский вафат булғандан һуң (беҙҙең эраға тиклем 323 йыл) ике йыл үткәс, Трипарадистаға килешеү буйынса Согдиана Бактрия менән бергә Ария сатрапына ҡала. Беҙҙең эраға тиклем 305 йылда был биләмәләрҙе Селевкид батшалығы яулап ала. Беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуаттың яртыһында был сатрап Диодот тарафынан Грек-бактри батшалығына әйләндерелә. Был батшалыҡ беҙҙең эраға тиклем икенсе быуатҡа тиклем көн күрә, һуңыраҡ күсмә ҡәбиләләр (скифтар һәм юэчжиҙар) уны Хорезмаға буйһондора. Беҙҙең эраға тиклем беренсе быуаттарҙа Согдиана Урта Азиянан алып Һиндостанға тиклем һуҙылған Кушан батшалығына инә.
 
== Әҙәбиәт ==