Әхмәт ибн Хәнбәл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
 
== Ҡарашы ==
Ул дин ҡанундарын рационалистик аңлатыу мөмкинлеген кире ҡаҡҡан. Йәмғиәттә IX быуаттың 20-се — 40-сы йылдарҙағы кризисы һөҙөмтәһендә килеп тыуған дини-сәйәси ситуацияны баһалап, Әхмәт ибн Хәнбәл [[Мөхәммәт]] пәйғәмбәр һәм уның эйәрсендәренең беренсе быуыны ([[салафтар]]) осоронда хөкөм һөргән тәртипкә кире ҡайтыу кәрәклеге тураһында һығымтаға килә. Әхмәт ибн Хәнбәл үҙенең яҙмаларында яңылыҡтар индереүгә ([[бида]]) ҡарата яңы мөнәсәбәт эшләүгә айырым иғтибар бирә. Уның буйынса, Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә нигеҙләү булмаған һәм мосолман авторитеттарының тәүге өс быуыны риза булған фекер менән ([[иджма]]) нығытылмаған диндәге һәм тормоштағы бөтә яңылыҡ индереүҙәр ғәйепләп хөкөм ителергә тейеш {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}.
Әхмәт ибн Хәнбәлдең сәйәси ҡараштары прагматизмлыҡ менән айырылып тора. Бер яҡтан ул [[курайшиттар]] ырыуынан теләһә ҡайһы вәкилдең халифатлыҡҡа хоҡуғын таный; икенсе яҡтан - «кешеләрҙә иманға шик тыуҙырған» хакимды вазифаһынан бушатыу мөмкин тип һанай. Ул дини-сәйәси көрәште, боланы ([[фетнә]]не) мөмкин тип һанай һәм болаға йәлеп ителеп киткәндә, аҙағына тиклем инанған ҡарашты яҡларға саҡыра. Дин белгестәре, уның фекеренсә, хакимға йоғонто яһарға тейеш.{{sfn|Ислам: ЭС|1991}}.
 
== Әҫәрҙәре ==