Әхмәт ибн Хәнбәл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
== Биографияһы ==
Уның тулы исеме: Әбу Абдуллах Әхмәт ибн Мөхәммәт ибн Хәнбәл әш-Шәйбани аз-Зухли. 780 йылда [[Бағдад]] ҡалаһында тыуған. Уның атаһы, Әхмәт әле бик бәләкәй саҡта, вафат була. Атайы үлгәндән һуң уға йәшәү өсөн бер аҙ мал-мөлкәт һәм өй тороп ҡала. Уны әсәйе тәрбиәләп үҫтерә. Табыш айына 17 [[дирхам]]дан күп түгел. Әхмәт имам үҙенең бала сағын былай тип хәтерләй: «Мин атайымды ла, олатайымды ла күрмәнем. Мине әсәйем үҫтерҙе»<ref name="Askimam.ru" />.
15 йәштән алып 816 йылға тиклем [[хәҙис]]тәр һәм [[фикх]] өйрәнә. Төп мосолман дини тәғлимәт үҙәктәрендә була, шул осорҙағы бөтә башлап барыусы уле́мдар («белеүселәр, ғалимдар») менән осраша, шул иҫәптән [[Әбү Йософ]] һәм әш-Шафии менән. Ул [[Хиджаз]]дыңХиджаздың, [[СирияСүриә]]ныңнең, [[Ираҡ]]тың Уаки ибн әл-Джаррах, [[Язид ибн Харун]], Яхъя ибн Маин кеүек абруйлы кешеләре менән бәйләнеш урынлаштыра. Үҙенең тәрән белеме, дин юлында булыуы, күренекле кешеләр менән танышлығы арҡаһында Әхмәт ибн Хәнбәл аҡрынлап билдәлелек яулай {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}.
Әхмәт ибн Хәнбәлдең эшмәкәрлеге сәскә атҡан осор [[салафиттар|традицион]] дини тәғлимәт менән [[мутазилиттар|мутазилит калам]] араһында көрәш көсәйгән ваҡытҡа тап килә. Хәлиф [[әл-Мамун]] йәмғиәткә ҡайһы бер мутазилит ҡарашын (шул иҫәптән, [[Ҡөрьән]]дең ижад ителгән булыуы тураһында догматты) көсләп тағырға маташа. Әхмәт ибн Хәнбәл хәлифәнең [[михна|һынау үтеүсе]] махсус төркөмөнә эләгә һәм ике йыл дауамында (833—834 йылдар) уны төрмәлә тоталар. Мамунға алмашҡа власҡа килгән [[әл-Мутасим|әл-Мутасым]] Әхмәт ибн Хәнбәлде ҡамсыларға бойороҡ бирә, ләкин халыҡтың баш күтәреү ҡурҡынысы булыу сәбәпле Әхмәт ибн Хәнбәлде иреккә ебәрәләр. Ул ике хәлифәнең алдында Ҡөрьәндең ижад ителгән булыуын танымаусы беренсе билдәле дин белгесе була{{sfn|Ислам: ЭС|1991}}. Сөнниселәр сығанағы, Әхмәт ибн Хәнбәлдең һынау ваҡытында, башҡа ҡайһы берәүҙәр кеүек, ике мәғәнәлелеккә һәм аңлайышһыҙлыҡҡа ([[Амфиболия]]) мөрәжәғәт итмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Унан: «Башҡалар кеүек кинәйәләп һөйләштеңме һин, әллә көс ҡулланыуға түҙмәй, улар менән (мутазилиттар менән) килештеңме?» тигән һорауға ул былай тип яуап бирә: «Аллам һаҡлаһын мине ундай эштән! Миңә ҡарап торалар бит, миңә ышаналар. Әгәр мин шулай эшләһәм, кешеләр [[Ҡиәмәт|Хисап көнө]]нә тиклем Ҡөрьәндең тыуҙырылған булыуын раҫлай башларҙар ине»<ref>{{cite web|url=http://i-r-p.ru/page/stream-library/index-3312.html|title=Ватылған ай тураһында һорау. Урта быуат ислам теологтарының шаяртыуы |last=Игнатенко|first=Александр |date=1998-07-15|publisher=[[Ирекле газета|ИГ]]-диндәр|accessdate=2014-05-16}}</ref>.
Әхмәт ибн Хәнбәлдең һуңғы йылдарында абруйы шул тиклем ҙур була, традиционализм позицияһын тергеҙеүсе хәлиф [[әл-Мутаваккиль]], дин белгесенең ярҙамлашырға ризалығын алыу өсөн ҙур көс һала. Әхмәт ибн Хәнбәл хәлиф менән мутазилиттарға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек итә: хәлиф һорауы буйынса ул [[Бағдад]] һәм [[Басра]]ның иң әүҙем мутазилиттары исемлеген төҙөй, мутазилиттарға һәм башҡа [[калам (дисциплина)|калам]] яҡлыларға туранан-тура ҡаршы сығыш яһау инициаторы була {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}.
Әхмәт ибн Хәнбәл хижрә буйынса 241 йылда, йәки христиан календары буйынса 855 йылда Бағдадта вафат була. Уның бик күп шәкерттәре һәм юлынан барыусылары ҡала {{sfn|Ислам: ЭС|1991}}. Бына тик ҡайһы берәүҙәренең исемдәре: [[Сәлих ибн Әхмәт ибн Хәнбәл|Сәлих]] һәм [[Абдулла ибн Әхмәт ибн Хәнбәл|Абдулла]] (Әхмәт имамдың ике улы), {{тәржемәләнмәгән 3|Усман ад-Дарими||ar|عثمان بن سعيد الدارمي}}, Хәнбәл ибн Исхак, Хәсән ибн Саббах Баззар, Аббас ибн Мөхәммәт, [[Мәхәммәт ибн Исмаил әл-Бохари]], [[Әбу Зура ар-Рази]], Ибраһим Хараби, Хөсәин ибн Мансур, Дауыт ибн Әмир, Хәләф ибн Хишам, [[Абул-Ҡасим әл-Багави]]<ref name="Askimam.ru">{{cite web|url=http://askimam.ru/biography/mudzhtakhidy/imam-akhmad-ibn-khanbal/|title=Имам Әхмәт ибн Хәнбәл|date=2011-02-08|publisher=Askimam.ru|accessdate=2015-05-24}}</ref>.