Ҡумран ҡулъяҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Deadseascrolls.jpg|мини|Амманда Археология музейындағы экспозицияла Үле диңгеҙ төргәктәренең өлөштәре  ]]
'''Ҡумран ҡулъяҙмалары''', йәки '''[[Үле диңгеҙ]] төргәктәре'''  — [[1947 йыл|1947 й]]<nowiki/>ылдан башлап Ҡумрандағы мәмерйәләрҙә,  Вади Мурабба‘ат (Ҡумрандан көньяҡтараҡ) мәмерйәләрендә, Хирбет-Мирдала (Ҡумрандан көньяҡ-көнбайышта), шулай уҡ Йәһүдиә сүллегендәге һәм Масадалағы тағы  бер нисә мәмерйәлә табылған манускрипттарҙың атамаһы. Ҡулъяҙмаларҙы тикшереүҙәр уларҙың һис юғында бер нисәһе нәҡ Ҡумран общинаһында яҙылғанлығын раҫлай<ref>[http://lenta.ru/news/2010/07/22/scrolls/ Ускоритель элементарных частиц прояснил происхождение Свитков Мертвого моря]</ref>.   [[Иерусалим|Йәрүсәлимдәге]] Китап Ҡорамында һаҡланалар.
 
== Йөкмәткеһе ==
Ҡумран төргәктәре башлыса боронғо йәһүд телендә, бер аҙы арам телендә яҙылған; [[Библия]] текстарының [[Грек теле|грексаға]] тәржемәһенең өлөштәре осрай. Библияға ҡарамаған текстарҙың ивриты Икенсе Ҡорам осоронда әҙәби тел булған; ҡайһы бер өлөштәр Библиянан һуңғы ивритта яҙылған. Нигеҙҙә квадрат йәһүд шрифты ҡулланылған; ул хәҙерге баҫма шрифттың элгәре булып тора.  Төп яҙыу материалы  — кәзә йә һарыҡ тиреһенән пергамент, һирәгерәк  — папирус, ҡулъяҙмаларҙың бер өлөшө биттәргә баҡыр батырып яҙылған. Күмер ҡара менән яҙылғандар (Башланмыш китабының Апокрифынан башҡа). Палеографик мәғлүмәттәр, тышҡы күренештәре,  радиоуглеродлы анализ был манускрипттарҙың күпселеге б. э. т. 250 йылдан б. э. 68 йылына (Икенсе Ҡорам осороноң ахыры) тиклем арауыҡта яҙылған тип иҫбатлау һәм уларҙы Ҡумран общинаһының китапханаһы ҡалдыҡтары тип ҡарау мөмкинлеген бирә. 
 
 Йөкмәткеһе буйынса ҡумран ҡулъяҙмаларын өс төркөмгә бүлеп була: Библия текстары (бөтә ҡулъяҙмаларҙың 29  проценты самаһы),  апокрифтар һәм псевдоэпиграфтар, йәнә Ҡумран общинаһының әҙәбиәте.
 
== Текстарҙы баҫтырыу ==
Ҡумранда һәм башҡа өлкәләрҙә табылған документтар «Discoveries in the Judaean Desert» (DJD) серияһында нәшер ителә, әлеге көнгә 1955 йылдан бирле Oxford University Press нәшриәте тарафынан баҫып сығарылған 40 том бар. Беренсе  8 том — — француз телендә, ҡалғандары инглиз телендә яҙылған.  Баҫманың баш мөхәррирҙәре:  Р. де Во (I—V томдар), П. Бенуа (VI—VII томдар), И. Штрунгель (VIII том) һәм Э. Тов (IX—XXXIX томдар).
 
Баҫылған документтар  түбәндәге компоненттарҙан тора:
* Дөйөм инеш, ул библиографик бирелмәләрҙе, физик тасуирламаны (фрагменттың үлсәмдәре, материал, хаталар, төҙәтеүҙәр кеүек үҙенсәлектәренең исемлеге, орфографияһы, морфологияһы, палеографияһы һәм датаһы) бәйән итә.  [[Библия]] текстары өсөн уҡылыу варианттары исемлеге лә бирелә.
* Текстың транскрипцияһы. Квадрат йәйәләрҙә физик юғалтылған элементтар  — һүҙҙәр йә хәрефтәр бирелә.
* Тәржемә (Библияныҡы булмаған әҫәрҙәр өсөн).
* Ҡатмарлы йә альтернативалы уҡылыуҙарға ҡағылышлы иҫкәрмәләр.
* Фрагменттарҙың фотолары, ҡайһылары инфраҡыҙыл, ғәҙәттә  1:1 масштабында.
Серияның XXXIX томында элгәре баҫылған бөтә текстарҙың аннотациялы исемлеге бирелгән. 
 
2011 йылдың сентябрендә Израиль Музейы  Google компанияһы менән хеҙмәттәшлектә 5 төргәкте  — Ҡорам төргәген, Йешағъяһ пәйғәмбәрҙең Ҙур төргәген, Һуғыш төргәген, Хавваҡуҡ пәйғәмбәр китабына комментарийҙы  — цифрлаштыра һәм Интернетта ирекле ҡулланыуға сығара.<ref>[http://googlerussiablog.blogspot.com/2011/09/blog-post_26.html Официальный блог — Google Россия: Из пустыни в Интернет: свитки Мертвого моря доступны онлайн]</ref>
 
2012 йыл аҙағында шул уҡ Google  һәм Израиль Музейы тарафынан юғары сифатлы итеп 5000 самаһы фото баҫтырыла. Әлеге көндә ҡульяҙманың 1200-ҙән ашыу фрагментының аннотацияланған был фотолары  Үле диңгеҙ төргәктәренең электрон китапханаһы сайтында дөйөм ҡулланыуҙа тора  (сайт рус, [[Йәһүд теле|иврит]], инглиз һәм башҡа телдәрҙә эшләй).
 
=== Иң күп бирелгән китаптар таблицаһы ===
Түбәндә Үле диңгеҙ төргәктәре араһында Библия һәм Апокрифтарҙың табылдыҡ фрагменттары һаны буйынса айырыуса киң тәҡдим ителгән китаптар һанала: 
{| class="wikitable collapsible" style="text-align: center; width: 25%; margin-bottom: 10px;"
! Китап
59 юл:
== Библия ғилеме өсөн әһәмиәте ==
 
1947—1956 йылдарҙа Ҡумрандың 11 мәмерйәһендә 190-дан ашыу Библия төргәге табыла.  Текстуаль статус күҙлегенән, Ҡумранда табылған Библия текстары түбәндәге төрлө төркөмдәргә ҡарай.
* Ҡумран общинаһы ағзалары тарафынан яҙылған текстар. Улар орфографик стиле, тексты уҡыуҙы еңелләштерә торған  күп һанлы матрес лекционистар булыуы менән айырылып тора. Был текстар Библия төргәктәренең  25 проценты самаһын тәшкил итә. 
* Тәүмасорет текстары. Был текстар хәҙерге масорет текстарына яҡын тора һәм бөтә Библия текстарының  45 проценты самаһын ала.
* Тәүсамария текстары. Был текстар Самария Бишкитабының ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ҡабатлай. Моғайын, был төркөм текстарының береһе Самария Бишкитабына нигеҙ булып хеҙмәт иткәндер.  Был текстар Библия манускрипттарының  5  процентын биләй.
* Боронғо йәһүд Септуагинтаһына оҡшаш текстар. Ләкин был төркөм текстары бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла һәм үрҙәге төркөмдәр шикелле тығыҙ төркөм барлыҡҡа килтермәй. Улар Ҡумран Библия яҙмаларының 5  процентын алып тора. 
* Иҫке Ғәһедтең фәләстин сығышлы Апокрифтары (Апокриф китаптар), мәҫәлән, Ханок китабы, Юбилейҙар китабы  (Кесе Башланмыш),  иврит телендәге Сирах, Муса Апокрифы.
* Үрҙә һаналған төркөмдәрҙең береһенә лә индерелә алмаған текстар. 
Ҡумран табылдыҡтарына тиклем Библия тексын анализлау Урта быуаттар манускрипттары буйынса алып барыла ине. Ҡумран текстары Икенсе Ҡорам осороноң Иҫке Ғәһеде тураһындағы белемдәрҙе шаҡтай киңәйтте. 
 
== Иҫкәрмәләр ==
85 юл:
* [http://apokrif.fullweb.ru/kumran/all.shtml Находки в Иудейской пустыне.] [http://apokrif.fullweb.ru/kumran/all.shtml Пещеры Вади-Кумрана (WADI QUMRAN)]
 
=== Ҡумран ҡулъяҙмаларының текстары  ===
 
=== Ҡумран ҡулъяҙмаларының текстары ===
* [http://apokrif.fullweb.ru/kumran/ Перевод многих кумранских рукописей на русский язык]
* [http://www.ao.net/~fmoeller/qumdir.htm Некоторые отсканированные кумранские свитки]