Хөсәйен ибн Али: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
 
== Биографияһы ==
Хөсәйен Омейяд хәлифе [[Муавия I ибн Әбу Суфьян|Муавия I]] {{хижрә|60}}) вафат булғанға тиклем хәдифаттыңхәлифәттың ижтимағи-сәйәси тормошонда бөтөнләй тиерлек ҡатнашмай. Муавия үҙенең улы Язидты хәдиф итеп тәғәйенләгәндән һуң, хәдифатхәлифәт монархияға әйләнә. Был процесс йәмғиәттә төрлөсә ҡабул ителә. Мәҙинәлә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер нисә абруйлы көрәштәше Омейядтар монархияһына ҡаршы сыға, шулар араһында Хөсәйен дә була{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
Шул уҡ ваҡытта Куфа халҡы хәдиф Язидаға ҡаршы ихтилалға күтәреләләр һәм Хөсәйенде үҙҙәренә саҡыралар. Хөсәйен был саҡырыуға ыңғай яуап бирә һәм, ҡала халҡына етәкселек итеү өсөн, ғаиләһе һәм яҡындары менән Куфа йүнәлешендә юлға сыға. Ҡалалағы хәлде өйрәнеү өсөн Хөсәйен ҡалаға үҙенең кешеһе Мөслим ибн Акилде ебәрә. Ул Куфаға килгәс Хөсәйенгә хат ебәрә. Хатында ул 18 мең куфийсы Хөсәйенгә тоғролоҡҡа ант итеүен һәм уның килеп етеүен көткәндәрен хәбәр итә{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
23 юл:
Үлер алдынан Мөслим ибн Акил Хөсәйенгә, уға Куфаға инмәҫкә ҡушып, хәбәр ебәреп өлгөрә. Ләкин Хөсәйен Куфа йүнәлешендә хәрәкәт итеүен дауам итә һәм Кербела тигән ергә яҡынлаша. Кербела эргәһендә уның менән хәдиф һуғышсылары осраша. хәдиф ғәскәре әле күптән түгел генә үҙҙәре Хөсәйенде ҡалаға саҡырған куфийсылар менән тулыландырылған була. Һөйләшеүҙәр ваҡытында Хөсәйен үҙен һәм яҡындарын ебәреүҙәрен һорай. Ләкин дошмандары уны азат итеү өсөн ул ҡабул итә алмаҫлыҡ шарттар ҡуялар. хәдифтың ғәскәре Хөсәйендең ҙур булмаған отрядына ҡаршы баралар һәм уны тулыһынса тар-мар итәләр. Хөсәйен һәм тағы ла 72 кеше, уларҙың 23-ө уның туғандары була, һуғышта һәләк булалар. Хөсәйендең башын ҡырҡып алалар һәм тәүҙә Убайдуллах ибн Зиядҡа, ә аҙаҡ Дамаскҡа хәдиф Язидҡа ебәрәләр{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ейәненең үлеме халыҡтың асыуын ҡабарта һәм Мәккәлә яңынан баш күтәреүгә килтерә. Ихтилал менән Абдуллах ибн аз-Зубайр етәкселек итә, уға ҡыҫҡа ваҡытҡа власты ҡулға алырға насип була (684 йылдан 692 йылға тиклем). Был ихтилал ислам хәрәкәте ветерандарының, хәдифаттыңхәлифәттың абсолют монархияға әйләнеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм Хаҡ хәдифтарҙың идара итеү моделен тергеҙергә маташҡан, һуңғы уҡталыуы була. Бөтә был ваҡиғалар Омейядтарҙың суфьянит тармағының ҡолауына килтерә. Абдулл ибн Зубайр хәдиф булып китә. Әммә уның 64/684-73/692 йылдар арауығындағы ҡыҫҡа ваҡытлы хакимлығынан һуң, Омейядтар яңынан власҡа киләләр, ләкин был юлы икенсе дәрәжәләге, марванит тармағы вәкиле булып{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
Хөсәйендең үлеме Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаиләһе яҡлыларҙы тағы ла нығыраҡ берләштерә һәм артабанғы сәйәси ваҡиғаларға йоғонто яһай. Ғәрәп хәдифатындағыхәлифәтындағы властарҙың тиранияһына ҡаршы күп сәйәси хәрәкәттәр Хөсәйендең ҡаны өсөн үс алыу лозунгыһы аҫтында үтә{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.
 
Хөсәйендең Кербелалағы кәшәнәһе шиғисыларҙың ғибәҙәт (зыярат) ҡылыу урынына әйләнгән{{sfn|Али-заде, А. А.|2007}}.