Падишаһ мәсете — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
|Commons =
}}
'''Падишаһ мәсете''' ({{lang-ur|‏ بادشاہی مسجد}}  — ''мечеть падишаха'')  — [[Пакистан]]дың ҙурлығы буйынса икесе урында торған, [[Лахор]] ҡалаһында урынлашҡан мәсете. Мәсет [[Бөйөк Моголдар Империяһы|Бөйөк Моголдар эпохаһы]]ның [[Һинд-сарацин стиле|һинд-ислам]] хөрәфәти архитектураһы ҡомартҡыларының иң әһәмиәтлеһе һанала. Пакистандың Исламабадтағы Фейсал мәсетенән ҡала ҙурлығы буйынса икенсе мәсете.
 
== Тарихы ==
1584-тән 1598 йылға тиклем Лахорҙа могол императоры Бөйөк Акбарҙың резиденцияһы урынлашҡан була. Уның вариҫтары оҙаҡ йылдар ошо резиденцияла йәшәйҙәр һәм ҡаланы яңы күркәм төҙөлөштәр менән биҙәйҙәр. Бөйөк Моголдар династияһының һуңғыһы, [[Аурангзеб]] (1658—1707), Лахорҙа «Падишаһ мәсете» тип аталған данлыҡлы мәсет төҙөй. Лахор мәсете Бөйөк Моголдар осоро архитектураһының иң һуңғы ҡаҙанышы була {{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
1673-74 йылдарҙа төҙөлгән мәсет шул осорҙан алып Лахорҙың төп иҫтәлекле урыны булып тора.{{sfn|Донъяның йөҙ мөғжизәһе}}. Ул ике тиҫтә йыл элек [[Дели]]ҙә төҙөлгән [[Джама-Масджид (Дели)|Джама-Масджид]] мәсетенә оҡшаған. Мәсеткә төп инеү урыны өҫтөндә ҡуйылған мәрмәр плитала уйылған яҙыу бар: «1084 Хижрә йылында, император һарайының иң инсафлы хеҙмәткәре Фидаи Хан Кока етәкселегендә төҙөлгән һәм тамамланған, ҡыйыу һәм еңеүсе хаким Мөхитдин Мөхәммәт Аламгир мәсете». Яҙыуҙа телгә алынған Фидаи Хан Кока Аурангзебтың ҡиәмәтлек ағайы һәм уның армияһында артиллерия башлығы була. Мәсетте төҙөү хаҡы «алты лакх рупийҙан артып китә» (1 лакх = 100 мең рупий). Артабан мәсетте тотоу өсөн бөтә Мултан кенәзлеге килеме йүнәлтелә {{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
XIX быуат башында Лахор сикхтар тарафынан баҫып алына, улар мәсеттә склад һәм дары баҙы ойошторалар. Британияның колониаль хакимлығы осоронда эске ихата галереялары һалдаттарға казарма итеп файҙаланыла. 1856 йылда, оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, мәсет мосолмандар ҡулына күсә һәм тергеҙелә. Пакистан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, 1947 йылда мәсеттә ҙур ремонт эштәре башҡарыла{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
1960 йылда мәсеттә тулыһынса реставрация яһала, шунан һуң мәсет әлеге күренешен ала{{sfn|Уратып алған донъя}}.
Хәҙерге ваҡытта Падишаһ мәсете [[Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы|ЮНЕСКО]] [[ЮНЕСКО-ның Пакистандағы Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге|Бөтә донъя мираҫы]] объекттары исемлегенә кандидат булып тора<ref>{{cite web|url=http://whc.unesco.org/en/tentativelists/1277/|title=Badshahi Mosque, Lahore|publisher=UNESCO World Heritage Centre|accessdate=2014-02-17}}</ref>.
 
== Архитектураһы ==
Лахор халҡы уны донъяла иң ҙур тип иҫәпләй. Мәсеттең эске ихатаһы үлсәмдәре  — 159 × 527  м. Мәсеттең һигеҙ манараһы бар: дүртәүһе ғибәҙәт залы мөйөштәрендә һәм шунса уҡ мәсетте уратып алған стена мөйөштәрендә. Тышҡы манараларҙың бейеклеге  — 62 метр. Ғибәҙәт залы өҫтөндә, ҡомташтан эшләнгән ҡыҙыл манаралар менән ҡырҡа контрасланыусы, өс ҙур аҡ мәрмәрҙән көмбәҙ күтәрелә{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Мәсет, [[Шалимар баҡсалары]] һәм [[Лахор ҡәлғәһе]] ҡаршыһында, иҫке ҡала өҫтөндә күтәрелеп торған бейек платформала төҙөлгән. Уның төп инеү урынына өс яҡтан, ҡыҙыл ҡомташтан эшләнгән терраса янында тамамланыусы, 22-шәр һикәлтәле баҫҡыс илтә. Мәсеткә төп инеү урыны 19,8 метр бейеклектәге, күп бәләкәй башнялары ослайып торған, ике яруслы павильон. Павильон өҫтөндә семәрләп биҙәлгән бейек өс үҙәкле көмбәҙ күтәрелә{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Монументаль ҡапҡа аша ҙур эске ихатаға инеп була. Дүрт бейек манара күркәм аҡ мәрмәрле павильон менән барып бөтә. 1840 йылғы ер тетрәү һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан павильондарға алмашҡа төҙөлгән хәҙерге павильондар XIX быуаттағыларының күсермәһе булып торалар {{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Өс яруслы манараларҙың тышҡы диаметры 20,2 метр тәшкил итә. Диаметры 2,55 метр булған түңәрәк шахта эсендә манараның түбәһенә илтеүсе 204 һикәлтәнән торған бормалы баҫҡыс һалынған{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Төп инеү урыны иркен, кирбес түшәлгән эске ихатаға илтә, унда 55-тән{{sfn|донъяның йөҙ мөғжизәһе}} 60 меңгә тиклем дин кешеһе һыя ала<ref name="centrasia.ru" />. Ихата уртаһында аҡ мәрмәрле фонтан ҡуйылған, уның янында диндарҙар тәһәрәт алғандар. Хәҙерге ваҡытта фонтан был маҡсатта күптән ҡулланылмай инде. Ихатаны, Моголдар дәүерендә мәҙрәсә урынлашҡан, күркәм аркалы галерея уратып алған. 1856 йылда британлылар галереяның көнсығыш өлөшөн емерәләр, ләкин һуңғараҡ ул тергеҙелә һәм бер ни тиклем осор тәһәрәт алыу залы булып хеҙмәт итә.{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Ихатаның көнбайыш осонда мәсеттең үҙәк бинаһы ҡалҡып тора. Өс күркәм көмбәҙ менән осланған бинаның майҙаны 23,375 кв. фут. Ҡыҙыл ҡомташтан эшләнгән фасад алебастрлы панелдәр менән көпләнгән һәм нескә семәр, шулай уҡ мәрмәр инкрустация менән биҙәлгән. Үҙәк инеү урынының көмбәҙле уйымының бейеклеге 16,5 метр. {{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Мәсеттең төп бинаһының интерьеры ике һуҙынҡы залдан тора. Ситтәге зал ике киң бүлмәгә бүленгән, ә төптәге зал һигеҙ ҙур арка менән бүленгән ете үҙ-ара тоташыусы залдан тора. Интерьерҙың бөтә йыһазы эзбизле штукатуркаға семәрләү техникаһы буйынса биҙәлгән. Мәрмәр менән биҙәлгән михраб ҡына был ҡағиҙәнән ситләшеү булып тора {{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
== Ҡомартҡылар ==
Төп ингән урындың өҫкө ҡатында бәләкәй музей урынлашҡан. Унда күп ислам ҡомартҡылары һаҡлана. Быяла витриналарҙа бөтәһе егерме ете ҡомартҡы һаҡлана, улар араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең йәшел сәлләһе, уның аяҡ эҙе һәм байрағы, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима сиккән яулыҡтар, ғәҙел хәлифә Әли ибн Әбу Талиб ҡулы менән күсереп яҙылған Ҡөрьәндең [[Әл-Фәтиха сүрәһе|беренсе сүрә]]һе, Хөсәин ибн Әлиҙең уның ҡан эҙҙәре булған яулығы бар{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Риүәйәттәр буйынса, мәсеттәге күпселек ҡомартҡыларҙы Лахорға бөйөк яулап алыусы Тимур - — «тимер аҡһаҡ» килтергән. Тәүҙә император һарайы Шиш-Махалда (көҙгөлө һарай) һаҡланыусы ҡомартҡылар 1883 йылда Падишаһ мәсетенә тапшырылалар{{sfn|relicviyas.ru}}.
2002 йылда мәсет музейынан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сандалыйҙарын урлайҙар. Полиция, енәйәтселәргә урлашырға мөмкинлек биреүҙә, эшкә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләп, мәсеттең һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡулға ала.<ref name="centrasia.ru">{{cite web|url=http://www.centrasia.ru/newsA.php?st=1028277960|title=Пакистандағы Масджид Падишаһ мәсетенән иң изге нәмә - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сандалыйҙары урланған|date=2002-08-02|publisher=centrasia.ru|accessdate=2014-02-17}}</ref>. Урлашыу менән бәйле мәсеттең етәкселеге ҡомартҡыларҙы хәүефһеҙерәк урынға - — Лахор музейына күсереү мәсьәләһен ҡуя. Һөҙөмтәлә уларҙы, ислам ҡомартҡыларын үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, күп һандағы ғибәҙәтселәр йыл һайын килгән мәсеттә ҡалдырырға ҡарар итәләр{{sfn|relicviyas.ru}}.
 
== Иҫкәрмәләр ==
11 407

үҙгәртеү