Ҡасимов Салауат Фитрат улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ҡасимов Салауат Фиҙрәт улы (1934) — тарихсы, тарих фәндәре докторы (1995). Биографи…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

16:16, 23 ноябрь 2016 өлгөһө

Ҡасимов Салауат Фиҙрәт улы (1934) — тарихсы, тарих фәндәре докторы (1995). Биографияһы 1934 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай. 1964 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына аспирантураға уҡырға инә. Институтты тамамлағанда “Социалистик төҙөлөш йылдарында Башҡорт АССР-ының дәүләт тикшереү органдары (1917–1943 йылдар)” тигән темаға диссертация яҡлай. 1967 йылдан 1989 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1989 йылдан 2000 йылға тиклем - өлкән хеҙмәткәр, артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бүлек мөдире булып эшләй. 2003 йылдың 28 февраленән РФА Өфө фəнни үҙəгенең Р.Ғ.Кузеев исемендəге Этнологик тикшеренеүҙəр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 2009 йылда фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премияһы менән бүләкләнә. Артабан Башҡортостандың милли-дәүләт төҙөлөшөн тикшереү менән шөғөлләнә. 200-ҙән артыҡ фәнни эштәр, 6 монография авторы. Бүләктәр һәм исемдәр: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены ( 1986); Тарих фәндәре докторы (1995); Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы бирелде (2009). Фәнни эшсәнлеге Ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше - Башҡорт АССр-ының милли-дәүләт төҙөлөшө тарихы. Ул 200-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт һәм 6 монография авторы.