Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы'''
[[Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре]], [[Бөтөн донъя башҡорт ҡоролтайы]] башҡарма комитеты ағзаһы, башҡорт әҙәбиәтен яңыса уҡытыуҙың программа-дәреслектәрен төҙөүсе ғалим, "Үҫмер" исемле китаптар серияһы һәм "Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр" методик ҡулланмаһының, 50-нән артыҡ йырҙар авторы, шағир, ялҡынлы оратор.
 
Рауил Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Ишембай районы]] Ғүмәр ауылында тыуған. Ауылында 8 класты тамамлап, колхозда эшләп йөрөй.Үҙенең йәштәштәренә "Һабандаштар"исемле поэмаһын арнаған ул:
15 юл:
 
[[1965 йыл]]да зооветеринария техникумын тамамлап, "Коммунизм" колхозында баш зоотехник, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, [[1969 йыл]]да Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй башлай. [[1973 йыл]]да РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр, [[1977]] йылда [["Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы]]ның баш мөхәррире урынбаҫары була. [[1979]]-[[1984]] йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә редактор вазифаһын башҡара. 1984 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1989 йылда рәсми Мәскәүҙән Стәрлетамаҡта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. 1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, "Стәрле таңдары"гәзите сыға башлай. Аҙаҡҡараҡ ул бөгөнгө "Ашҡаҙар" гәзитенә әйләнеп китә. Шул саҡтарҙа уҡ әле Рауил ағай ҡалала милли мәктәптәр асыу (милли кластар ҙа булмаған бер мәлде!), башҡорт драма театры, филармония ойоштороу кеүек төшкә лә инеп сыҡмаған нәмәләр тураһында һөйләр ине ...Ҡалала "Аманат"башҡорт халыҡ үҙәген барлыҡҡа килтереп, үҙе йәмәғәт башланғысында шуның тәүге етәксеһе була. Биш-алты йыл эсендә "Ашҡаҙары" ла, драма театры ла, филармонияһы ла асыла, милли мәктәптәр һәм кластар ҙа шул хыялдан барлыҡҡа килеп,
һин дә мин эшләп китәләр! Ҡалала Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы асылып, уңышлы эшләй башлауы ла уның исеме менән бәйле. Рауил Хөрмәт улы 1990 йылда Өфөгә [[Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нына эшкә саҡырыла. [[1991]] йылдан Башҡорт халыҡ фирҡәһе Үҙәк идара рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Заманыбыҙҙың халыҡтар дуҫлығы һәм азатлыҡ илсеһе булып танылған Рауил Хөрмәт улы башҡорт халҡының уй-тойғолары менән йәшәп, Башҡортостандың үҙаллылығын тәьмин итеү буйынса беренселәрҙән булып азатлыҡ байрағын күтәреп сыҡты. Шуға күрә уның тормошоноң һуңғы йылдарындағы эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы, бөтә Башҡортостан кимәлендәге хәл- ваҡиғалар менән бәйле була.
Кешенең яҙмышына, булмышына уның исеме хәл иткес йоғонто яһай тиеүҙәре раҫтыр: "Рауил-үҫмер, йәш егет;сәйәхәтсе, ил гиҙеүсе". "Хөрмәт - ҡәҙер. Ниғмәтулла - байлыҡ, мөлкәт, бәхеткә эйә" мәғәнәһендәге исемдәр. Ә байлыҡ төшөнсәһенә ҡарата Рауил Ниғмәтуллиндың фекере аныҡ ине: