Церетели Зураб Константинович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Биттең эстәлеге юйылған
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Церетели Зураб Константинович (груз. ზურაბ წერეთელი; 1934 йылдың 4 ғинуарында тыуған, Тбилиси, СССР) – совет һәм Рәсәй рәссамы, скульптор, дизайнер, педагог, профессор. 1997 йылдан Рәсәй художество академияһы президенты.
СССР Художество академияһы академигы (1988; 1979 йылда-ағза-корреспондент). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980). Социалистик Хеҙмәт геройы (1990). Ленин премияһы (1976), ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт (1970, 1982) һәм Рәсәйҙең Дәүләт (1996) премиялары лауреаты. 1965 йылдан Коммунистар партияһы ағзаһы. 5000-дән ашыу һынлы сәнғәт, графика, скульптура, монументаль-декоратив сәнғәт(фреска, мозаика, панно) әҫәрҙәре авторы. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры
 
Биография
Зураб Церетели1934 йылдың 4 ғинуарында Тбилиси ҡалаһында грузин ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Константин Георгиевич (1903—2002) Грузияла билдәле инженер-төҙөүсе, сығышы менән Церетели боронғо грузин нәҫеленән. Әсәһе- Нижарадзе Тамара Семен ҡыҙы(1910—1991), шулай уҡ кенәз нәҫеленән. Бәләкәй сағында Зурабҡа әсәһе яғынан ағаһы рәссам Георгий Нижарадзе ҙур йоғонто яһай. Уларҙың өйөнә Давид Какабадзе, Серго Кобуладзе, Уча Джапаридзе кеүек рәссамдар йыш килә. Һынлы сәнғәт менән мауыға башлаған үҫмергә тәүге һабаҡты улар бирә.
Зураб Церетели Тбилиси Художество академияһының һынлы сәнғәт факультетын тамамлай, Грузия Фәндәр академияһының Тарих, археология һәм этнография институтында эшләй.
1964 йылда Францияла уҡығанда, билдәле рәссамдар Пабло Пикассо һәм Марк Шагал менән аралаша. Сочиҙағы Ривьера паркы янында «Ленин» мозаика панноһы – Церетелиҙың тәүге ҙур эштәренең береһе, 1970й.
1960-сы йылдар аҙағынан монументаль сәнғәт өлкәһендә әүҙем эшләй башлай. Рәсәйҙән тыш, уның скульптура әҫәрҙәре Бразилия, Бөйөк Британия, Испания, АҠШ, Франция, Япония, Грузия, Беларусь һәм Литвала бар.
1988 йылда СССР Художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (академигы) итеп һайлана.
1997 йылдан Рәсәй Художество академияһы президенты.
2003 йылда Рәсәй Федерацияһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан уға Рәсәй гражданлығы бирелә.
Церетели, шулай уҡ, Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте музейы һәм Церетели сәнғәт галереяһы директоры.
2010 йылдың февралендә Зураб Церетели Почет легионы ордены кавалеры исеменә лайыҡ булды. Шул уҡ йылдың июнендә АҠШ сәнғәт милли йәмғиәте уны алтын «Почет миҙалы» менән бүләкләне. Рәсәй һәм грузин рәссамдары араһында был награда менән Зураб Церетели ғына билдәләнгән.