Монгол теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
== Тарихи монгол телдәре ==
Киңерәк итеп алғанда «монгол теле» төшөнсәһе географик яҡтан ғына түгел, тарихи йәһәттән дә ҙур урын ала, уға XII быуатҡа тиклемге һәм XIII—XVII быуаттар арауығындағы барлыҡ монгол ырыу-ҡәбиләләре файҙаланған дөйөм монгол теле лә инә. Яҙма телдә боронғо (XIII—XV бб.), классикаға тиклемге (XV—XVII бб.) һәм классик (XVII—XX б. башы) этаптар инә. «Боронғо монгол теле» һәм «урта монгол теле» төшөнсәһе XIII быуатҡа һәм ярашлы рәүештә XIII—XV бб. ҡарата ҡулланыла.
Боронғо монгол теле яҙмаһы бөгөнгә мәғлүм булған барса диалекттарҙан күпкә алда барлыҡҡа килгәндер тип фаразлайҙар. Шуға күрә монгол телдәрен тарих киҫелешендә сағыштырып өйрәнгәндә кәрәк тип табалар.
Яҙма тел тел тарихын 3 киҫемгә бүләләр: боронғо (XIII—[[XV б.]], классик телгә тиклемге (XV—XVII бб.), классик (XVII — [[XX быуат]]башы).
Йыш осраған "боронғо монгол теле" һәм "урта монгол теле" тигән терминдар һөйләштәргә бүленгән булһа ла монгол ҡәбиләләренең ярашлы рәүештә XIII быуат һәм XIII—XV бб. ҡулланылған дөйөм телен билдәләү өсөн ҡулланыла.
 
XVII быуаттан [[Зая-Пандита|Зая-Пандита]] тарафынан ойрат диалекттарына яраҡлаштырып һәм ойрат әҙәби телен барлыҡҡа килтерелеүе сәбәпле аныҡ яҙма ([[тодо-бичиг]]) ҡабул ителә. Классик боронғо монгол яҙмаһы монгол төбәктәренең көнсығыш яғында - [[Халха (регион)|Халха]]ла (тышҡы Монголия) һәм [[Эске Монголия|Эске Монголии]]ла ҡулланыла башлай; [[Рәсәй империяһында ]]ҡалған [[бурят|буряттарҙың]] яйлап боронғо яҙма монгол теленең урындағы тармағы барлыҡҡа килә.
 
Эске Монголияла боронғо яҙма тел әлегәсә ҡулланыла. Бурятияла башта латин ( 1931), һуңғараҡ кириллица нигеҙендә алфавит булдырыла ( 1939); МХР-ҙа кирилл алфавиты 1945 йылда ҡабул ителә; унда яңы әҙәби телдәр барлыҡҡа килә. Коммунистик ҡоролош бөткәндән һуң Монголияла, бер тиклем Бурятияла ла иҫке яҙма телгә ҡыҙыҡһыныу арта; уны уҡытыу киң йәйелдерелә.
 
XIII—XIV быуаттарҙа ҡулланылған һынташтар теле - "дүрткел яҙма" ҡайҙы саҡ структура үҙенсәлектәре арҡаһында киң мәғәнәлә ҡулланылған монгол теленең айырым бер төрө булараҡ өйрәнелә.
 
== Монгол теле һәм кириллица ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Монгол_теле» битенән алынған