Филиппов Александр Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
18 юл:
|Викитека =
}}
'''АлександрФилиппов Александр Павлович Филиппов''' ([[7 ноябрь]] [[1932]] — [[15 октябрь]] [[2011]]) — [[Башҡортостан]]да тыуып, урыҫ телендә ижад итеүсе шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]], 1958 йылдан КПСС ағзаһы. [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары|Башҡортостандың халыҡ шағиры]] (2004), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы]] лауреаты (1973), [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев ордены]] кавалеры.
 
== Тормош юлы, хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Филиппов Александр Павлович Филиппов 1932 йылдың 7 ноябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Күгәрсен районы]] [[Йомағужа (Күгәрсен районы)|Йомағужа]] ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]ның (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, [[Ауырғазы районы]] [[Ишле (Ауырғазы районы)|Ишле]] ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, артабан Башҡортостан радиоһының [[Күмертау]] һәм [[Салауат]] ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырыла. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән радиожурналист 1961 йылда [[Өфө]]гә күсерелә һәм БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының йәштәр редакцияһына мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм бында 1968 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ йылда урыҫ яҙыусылары секцияһы етәксеһе итеп һайланыу сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, артабан союздың идара рәйесе урынбаҫары була. 1983—1991 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы|БАССР Яҙыусылар союзы]]ның Әҙәби фондын етәкләй, идара секретары вазифаһын башҡара. Был осорҙа шулай уҡ СССР Яҙыусылар союзы Әҙәби фондының идараһы ағзаһы һәм ойошманың Сит ил яҙыусылары менән бәйләнештәр советы ағзаһы, бер нисә матбуғат баҫмаһының редколлегия ағзаһы була. Күп тапҡырҙар сит дәүләттәргә рәсми сәфәрҙәргә сыға, шул иҫәптән [[Ангола]], [[Венгрия]], [[Вьетнам]], [[Германия|Германия Демократик Республикаһы]] (хәҙер [[Германия]]), [[Конго Демократик Республикаһы|Конго]] һәм башҡа илдәрҙә була.
 
Өфө ҡалаһының Киров район Советы депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә.