Ғәббәс I: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
58 юл:
Атап әйткәндә, ул Тѳркиә яғынан эске хәүеф менән генә түгел, ә провинциаль феодалдар мѳхитендәге сепаратизм йүнәлеше менән дә аҡланған хәрби реформа үткәрә. Элек фарсы армияһында бары тик тѳрки ҡыҙылбаш аҡһѳйәктәренең хәрби атлылары, крәҫтиәндәрҙән торған феодаль ополчениелар һәм шахтың шәхси атлы отряды ғына булһа, Ғәббәс регуляр армия булдыра, унда мушкет менән 20 мең уҡсы, 12 мең кавказдан торған атлы гулям, 12 мең артиллерист һәм 500 пушка инә. Армия даими рәүештә рекруттар менән тулыландырылып тора. Уларҙы мосолман булмаған иран халҡы араһынан мәжбүри рәүештә һайлап алалар. Феодалдарҙың атлылары ҡыҫҡартыла. Ғәббәс хәрби реформанан тыш, аҡса реформаһы ла индереп маташа, сѳнки Иранда 11 йыл власть булмауы арҡаһында илдә ҡаты курсы булмаған бик күп валюта йѳрѳй. Ғәббәс ''Ғәббәси'' тигән монета индерә, уның баһаһы бер мискальгә тиң була<ref>4,67 г серебра</ref>.
 
Ғәббәс шах идара иткән йылдарҙа уның ҡушыуы буйынса Гянджала Джума-мәсете тѳҙѳлә.Христиандарға ул [[парсы]]ларға һәм [[йәһүд]]тәргә ҡарағанда күберәк дини түҙемлек күрһәтә, ә [[суннит]]тарҙы ут һәм ҡылыс менән әҙәрлекләйэҙәрлекләй. Уның зиннәтле һарайында Бѳйѳк могол һәм башҡа кѳнсығыш дәүләттәренең илселәре Рәсәй, [[Франция]], Англия (короллек), [[Испания]] һәм [[Нидерланд]] илселәре менән осраша. 1622 йылл инглиздәрҙең ярҙамы менән ул португалдарҙың Ормуз утрауын тартып ала.
Ғәббәстең образы Мирза Фатали Ахундовтың «Обманутые звёзды» әҫәрендә сағылдырыла..
 
== Ата-бабалары ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәббәс_I» битенән алынған