Ғәббәс I: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
|викисклад =
}}
'''Ғәббәс I''', '''Шах-Ғәббәс''' ({{lang-fa|شاه عَباس بُزُرگ}}; {{lang-az|I Abbas Səfəvi}}<ref>Mazzaoui Michel B. Islamic Culture and Literature in Iran and Central Asia in the early modern period // Turko-Persia in Historical Perspective. — Cambridge University Press, 2002. — P. 86-87. — ISBN 0-521-52291-9, ISBN 978-0-521-52291-5 Safavid power with its distinctive Persian-Shi’i culture, however, remained a middle ground between its two mighty Turkish neighbors. The Safavid state, which lasted at least until 1722, was essentially a «Turkish» dynasty, with Azeri Turkish (Azerbaijan being the family’s home base) as the language of the rulers and the court as well as the Qizilbash military establishment. Shah Ismail wrote poetry in Turkish. The administration nevertheless was Persian, and the Persian language was the vehicle of diplomatic correspondence (insha'), of belles-lettres (adab), and of history (tarikh).</ref><ref>И. В. Пигулевская, А. Ю. Якубовский А. Ю., И. П. Петрушевский, Л. В. Строева, А. М. Беленицкий. «История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века». 1958 Стр.274 разд. Реформы шаха Аббаса I: Языком войска и двора остался тюркский (азербайджанский) язык.)</ref>; ({{Д|27|01|1571|1}}, Герат (город) — {{Д|19|01|1629|1}}, Казвин) —Фарсы— Фарсы шахы<ref name="britannica">[http://www.britannica.com/biography/Abbas-I-Safavid-shah-of-Persia ʿAbbās I] // [[Энциклопедия Британника]]</ref> из династии Сефевидов, 1587—1629 йылдарҙа хаҡимлыҡ итә<ref name="britannica"/>.
 
[[Файл:Shah Abbas and Wine Boy.jpg|мини|Шах Аббас и виночерпий]]
48 юл:
Үзбәк әмире Абдалла тарафынан батырҙарса яҡланған Хорасан, 1598 йылда ғына, Герат ҡалаһы ҡолатылғас Ғәббәстән еңелә. Шул арҡала ул биләмәһенә Гилян менән Мазандеранды, ә кѳньяҡ ѳлкәлә Лурестанды ҡуша һәм Кандагарҙы баҫып алып, үҙенең хаҡимлығын Афғанстандың күп ѳлѳшѳнә йәйелдерә. Әммә, Амударьянан кѳньяҡҡа территорияһын ҡушырға маташҡанда Ғәббәс Балха янындағы һуғышта уңышһыҙлыҡҡа осрай. Унда фарсы армияһы үзбәк ғәскәрҙәре тарафынан тулыһынса тар-мар ителә. Мавераннахрҙың бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу ѳсѳн, был һуғыштағы еңеү һис шикһеҙ ҙур роль уйнай. Әммә, тѳбәктең дѳйѳм сәйәси хәленә ул әллә ни йоғонто яһамай, сѳнки ауыр һуғыш хәрәкәттәренән һуң, үзбәк армияһының артабанғы походтар ѳсѳн кәрәкле ресурстары булмай. Шул арҡала, Хорасандың ҙур ѳлѳшѳ Бѳйѳк Ғәббәс контроле аҫтында ҡала. Бары тик 1613 йылда ғына, үзбәктәр Эмир Сәмәрҡәнд Ялангтуш-Бахадур Бей етәкселегендә дошмандың һиҙҙермәҫтән һѳжүм итеүен булдырмаҫ ѳсѳн ҡуйылған мѳһим һағын һәм ҡалаларын (унда Мешхед, Нишапур, Герат һәм башҡалар инә) тартып алғас, хәл тамырынан үҙгәрә.
 
Тѳрѳктәр менән һуғыш ауыр була. 1601 йылда Ғәббәс власы аҫтына Әрмәнста[[Әрмәнстан]] һәм Грузияның бер ѳлѳшѳ, шулай уҡ Ширван] күскәс, ул тѳрѳктәрҙең [[Ереван]] һәм Тавриз ҡалаларына йыл һайын да тиерлек ҡабатланып торған һѳжүмдәрен уңышлы кире ҡаға. Ҡайһы берҙә тѳрѳктәрҙең Бәләкәй Азиялағы иң тѳпкѳл биләмәләренә лә баҫып инә һәм 1613 йылда Грузияның ҙур ѳлѳшѳн, Кахетия һәм Карталиния батшалығын сәфәүиҙәрҙең юғары власын танырға мәжбүр итә.
 
1614—1617 йылдарҙа тѳрѳктәр яңынан Иранға баҫып инергә маташа, әммә тағы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Улар ҙур еңелеү кисереп, 1618 йылда Ғосман II солтан идаралығында Ғәббәс шах менән Серав килешеүе (Маранд килешеүе) тѳҙѳй. Тик был килешеү оҙаҡҡа бармай. 1622 йылда Тѳрѳк-фарсы һуғышы (1623—1639) яңынан башлана. Тик тѳрѳктәр уны шул тиклем уңышһыҙ алып бара, хатта [[Бағдад]] Ғәббәс тарафынан яуланып алына.
Ғәббәс Рәсәйҙәге Романовтар династияһын тәүгеләрҙән булып таный һәм 7 мең күләмендә заем бүлә. 1625 йылда бүләк ҡомартҡы һәм зиннәтле тәхет ебәрә.<ref>{{книга|автор=Курукин И.В.|заглавие=Персидский поход Петра Великого. Низовой корпус на берегах Каспия (1722—1735)}}</ref>.
{{Д|19|01|1629|1}} йылда Казвинда Ғәббәс үлгәс, [[Сәфәүиҙәр]] династияһы биләмәһе [[Тигр йылғаһы]]нан [[Һинд]]ҡа тиклем һуҙыла. Үҙенең улын үлтертеп, ул тәхет вариҫы итеп, ейәне [[Софи-Мирза]]ны тәғәйенләй.
 
Ғәббәс сәфәүиҙәрҙең иң уңышлы хаҡимы була. Ул энергияһы ташып тороуы, сәйәси һиҙгерлеккә эйә булыуы, юлдар, күперҙәр тѳҙѳүе, ҡлаларҙы, бигерәк тә Исфаханды биҙәүе менән айырылып тора. 1598 йылда үҙенең резиденцияһын Казвиндан Исфаханға күсерә. [[Һиндостан]] менән [[Европа]] араһында сауҙаны йәнләндерергә тырыша.
 
Атап әйткәндә, ул Тѳркиә яғынан эске хәүеф менән генә түгел, ә провинциаль феодалдар мѳхитендәге сепаратизм йүнәлеше менән дә аҡланған хәрби реформа үткәрә. Элек фарсы армияһында бары тик тѳрки ҡыҙылбаш аҡһѳйәктәренең хәрби атлылары, крәҫтиәндәрҙән торған феодаль ополчениелар һәм шахтың шәхси атлы отряды ғына булһа, Ғәббәс регуляр армия булдыра, унда мушкет менән 20 мең уҡсы, 12 мең кавказдан торған атлы гулям, 12 мең артиллерист һәм 500 пушка инә. Армия даими рәүештә рекруттар менән тулыландырылып тора. Уларҙы мосолман булмаған иран халҡы араһынан мәжбүри рәүештә һайлап алалар. Феодалдарҙың атлылары ҡыҫҡартыла. Ғәббәс хәрби реформанан тыш, аҡса реформаһы ла индереп маташа, сѳнки Иранда 11 йыл власть булмауы арҡаһында илдә ҡаты курсы булмаған бик күп валюта йѳрѳй. Ғәббәс ''Ғәббәси'' тигән монета индерә, уның баһаһы бер мискальгә тиң була<ref>4,67 г серебра</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәббәс_I» битенән алынған