Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Тарихы ==
Башҡорт Совет республикаһының Ваҡытлываҡытлы хәрби - революцион комитеты [[1919]] йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Баймаҡ районы]]) I Бөтөн башҡорт хәрби съезында булдырылды. 22 февралдә республика территорияһындағы власты бөтә тулылығы менән Башревкомға йөкмәтелеүе хаҡында фарман сыға.
 
Ревкомдың беренсе рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]] була. Башревком 15 комиссариаттан ғибәрәт була — сит ил эштәре, хәрби ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]), социаль яҡтан тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек (Абдулла Әҙеһәмов), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс ([[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|Усман Ҡыуатов]]), игенселек (Ғәней Ҡарамышев), эске эштәр һәм милләттәр (Фәтих Төхвәтуллин), хеҙмәт (Ильяс Алкин), мәғариф ([[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|Аллабирҙе Йәғәфәров]]), юстиция ([[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]]), тышҡы һәм эске сауҙа ([[Мағазов Cәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|Сәйетгәрәй Мағазов]]). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.