Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тутыйғош (фекер алышыу | өлөш) |
Тутыйғош (фекер алышыу | өлөш) |
||
5 юл:
Башҡорт Совет республикаһының Ваҡытлы хәрби революцион комитеты [[1919]] йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Баймаҡ районы]]) I Бөтөн башҡорт хәрби съезында булдырылды. 22 февралдә республика территорияһындағы власты бөтә тулылығы менән Башревкомға йөкмәтелеүе хаҡында фарман сыға.
Ревкомдың беренсе рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]] була. Башревком 15 комиссариаттан ғибәрәт була — сит ил эштәре, хәрби ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]), социаль яҡтан тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек (Абдулла Әҙеһәмов), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс (
Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙеренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү]] төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]], Башревком ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты Әбдрәшит Бикбауов<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы]</ref>. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.
|