Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Ревкомдың беренсе рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]] була. Башревком 15 комиссариаттан ғибәрәт була — сит ил эштәре, хәрби ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]), социаль яҡтан тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек (Абдулла Әҙеһәмов), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс (У[[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|сман Ҡыуатов]]), игенселек (Ғәней Ҡарамышев), эске эштәр һәм милләттәр (Фатих Төхвәтуллин), хеҙмәт (Ильяс Алкин), мәғариф ([[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|Аллабирҙе Йәғәфәров]]), юстиция ([[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]]), тышҡы һәм эске сауҙа (Сәғит — Гәрәй Мағазов). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.
 
Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙеренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү]] төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтә Рәсәй Үҙәкүҙәк Башҡармабашҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]], Башревком ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты Әбдрәшит Бикбауов<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы]</ref>. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.
 
1919 йылдың апреленән август айына тиклем, Колчак армияһы һөжүме осоронда, Башревком [[Саранск]] ҡалаһына эвакуациялана.