Шайтантау (тау һырты) — версиялар араһындағы айырма

Шайтантау һыртында кембрий дәүеренән ҡалған [[эзбизташ]]тар бар. Был [[тау тоҡомдары]] 500 миллион йыл элек диңгеҙ аҫтындағы риф ҡалдыҡтарынан хасил булған.
 
Шулай уҡ, һырт кембрийҙың силур һәм девон дәүерҙәренән ҡалған башҡа [[тау тоҡомдарынантоҡомдары]]нан тора: йәшмә, фтаниттар , кремнийлы һәүерташтар, туф ҡомлоҡтары, төрлө осраҡлы нәмәнең ҡатнашмаһы: һәр төрлө таш, ҡырсын, [[балсыҡ]] ҡатнашып ҡатҡан тау тоҡомо , серпентинит һәм башҡалар.
 
Тау һыртының майҙаны — 30,5 кв. км. ,оҙонлоғо — 45 км, киңлеге - 10 –дан 20 км-ға тиклем.
Максималь бейеклек диңгеҙ кимәленән 619 метр Иң түбән урындары 210 метр тирәһендә. Түбәнәйеү уртаса алғанда 200-250 метр тәшкил итә. Бындай ҡырҡа айырма һөҙөмтәһендә тау битләүе һыу менән ашалып, телгеләнеп бөткән.
 
Битләүҙәре текә генә. Рельефы[[Рельеф]]ы убалы-түбәле . Ҙур булмаған ҡаялар , тәпәш түбәләстәрҙән тора. Ҡайһы бер убалар 10-15 метр бейеклегендәге иҫ китмәле матур ҡая –суҡылар менән осланған.
 
Тау һыртынан Ҡороил йылғаһы башлана. Короил һәм [[Һаҡмар]] йылғаһына Шайтантауҙан бик күп шишмәләр килеп ҡушыла. Тик йәйгелеккә бөтәһе лә тиерлек ҡороп бөтә. Һыу төптәре эре-эре таштарҙың тәртипһеҙ өйөмдәренән тора.
Һырттың төнъяҡ өлөшөндә «Шайтан-тау» заказнигы( хайуандарҙы һаҡлау буйынса), Ырымбур өлкәһенә ҡараған көнъяҡ өлөшөндә [[Шайтантау (ҡурсаулыҡ)|«Шайтан-тауШайтантау» ҡурсаулығы]] төҙөлгән.
 
Шайтан-Тау — дәүләт ҡурсаулығы 2014 йылдың 12 октябрендә булдырылған. Һаҡланыусы биләмәнең майҙаны 6726 гектар (67,26 км²), ҡурсаулыҡ зонаһы 12925 гектар майҙанды тәшкил итә.
 
Ул бөтәһе 4 кластерҙан тора, һәм [[Ырымбур өлкәһе]] менән Башҡортостандың сиктәш биләмәләрендә ята. Ике яҡтың да сиктәре аша үтә. Ҡыуандыҡ урман хужалығына (лесничество) инә.
 
Ҡурсаулыҡта тайгала йәшәүсе байтаҡ хайуандарҙы осратырға мөмкин: һоро айыу, [[мышы]], [[ҡабан]], [[ һыуһар|урман һыуһары]], [[һеләүһен]], [[тейен]], [[бурһыҡ]]. Дала төрҙәренән байбаҡ һәм [[йомран]], сипылдаҡ йәшәй.
 
Ҡоштарҙан: [[балабан]], [[сапсан]], [[кәлмәргән]], [[бөркөт]] һәм [[көсөгән]] бар. Шулай уҡ һаҙ ташбаҡаһы ла осрай. Һирәк осраусы бөжәктәрҙән аполлон һәм махаон күбәләктәре иҫәпкә алынған. Тау тоҡомдарының ярылған урындарында боронғо бөжәктәрҙең һәм үҫемлектәрҙең ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарын табырға була.
 
Ҡурсаулыҡ төҙөүҙөң төп сәбәбе — имәнлекле далаларын, шулай уҡ, һирәк ҡалған хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе ҡурсалау. Унан тыш был яҡ төбәктәге туризмды һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүгә ярҙам итергә тейеш.
5151

үҙгәртеү