Мөйөш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
"90px|thumb|right|«∠», мөйөштөң билдәләнеше Геометрияла '''мөйөш''' – у…" исемле яңы бит булдырылған
 
өҫтәмә мәғлүмәт
3 юл:
 
Мөйөштө билдәләү өсөн [[1634]] йылда француз математигы [[Пьер Эригон]] тәҡдим иткән <math>\angle</math> билдәһе ҡулланыла.
 
Мөйөштәрҙең төрҙәре
Ике өҫтәмә нур менән яһалған мөйөш - йәйелгән мөйөш тип йөрөтөлә. Йәйелгән мөйөш 180 градусҡа тигеҙ. Нуль мөйөш 0 градусҡа тигеҙ. Тулы мөйөш 360 градусҡа тигез.
Уртаҡ ОВ яғы һәм уртаҡ О түбәһе булған ике мөйөш - сиктәш мөйөштәр тип атала. Был мөйөштәрҙең ҡалған ике ОА һәм ОС яҡтары бер-береһенең дауамы булып тора.
Береһен икенсеһе өҫтөнә һалғас тәңгәл килгән мөйөштәр – тигеҙ мөйөштәр тип йөрөтөлә.
Түбәләре уртаҡ, бер мөйөштөң яҡтары икенсе мөйөш яҡтарының дауамы булып торған ике мөйөш - вертикаль мөйөштәр тиелә.
Үҙенең сиктәш мөйөшөнә тигеҙ булған мөйөш - тура мөйөш тип йөрөтөлә. Тура мөйөш 90 градусты тәшкил итә. Тура мөйөштән кесерәк булған мөйөштө – ҡыҫынҡы мөйөш тиҙәр. Ҡыҫынҡы мөйөш 90 градустан кесерәк була. Тура мөйөш ҙурыраҡ булған мөйөштө - йәйенке мөйөш тиҙәр. Йәйенке мөйөш 90 градустан ҙурыраҡ була.
 
 
 
[[Категория:Математика]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөйөш» битенән алынған