Википедия:Биш таған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
Википедия тигән һүҙ ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе ''тиҙ'' тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө ул ''энциклопедия'' тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта '''мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш'''. Был шарт Википедияның бөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған биш ҡағиҙәнең беренсеһе.
 
ТеләгәТеләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра ала. Шулай уҡ Википедияла әлегә тиклем булмаған яңы төшөнсә буйынса мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия эстәлеген камиллаштырғанда, '''мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт'''. Был шарт Википедияның бәтәбөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған икенсе төп ҡағиҙә.
 
Википедиялағы булған бар мәғлүмәт теләге булған һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла, камиллаштырыла. Шуға күрә Википедияла мәҡәләләрҙең айырым авторы юкюҡ. Мәҡәлә авторҙары булып ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы иҫәпләнә. Википедияла мәҡәләләр тулыландырып, камиллаштырып торғанлыҡтан, кемдеңдер авторлығандаавторлығында яҙылған мәғлүмәттең бермә-бер күсермәһен ҡуйырға ярамай. Әммә ул авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап, Википедияға яңы эстәлек индерергә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтары булған әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айрымайырым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда, '''авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ''' — был Википедияның төп биш ҡағиҙәнең өсөнсөһө.
 
Википедия менән тәҡдим ителгән ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә ҡулланған кешеләр булыуы ихтимал, әммә уларҙың ҡылығы яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. '''«Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ»''' тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.
 
Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: '''Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ'''. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һөрһәр кеше үҙ тәҡдимен индереп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырҙан тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.