Кеше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
46 юл:
Кешеләр эволюцияһы өлкәһендәге фәнни эҙләнеүҙәр күбеһенсә Кешеләр ырыуының үҙгәрештәре менән бәйле, ләкин австралопитек кеүек башҡа гоминид һәм гомининттарҙы ла ҡаплай. Һуңғы генетик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре хәҙерге кешеләрҙең «иң аҙынан ике төркөм» боронғо кешеләре (Неандерталец һәм Аю-Таш мәғәрәһе кешеһе) менән енси яҡынлыҡҡа кереүенә ишара итә. Иң боронғо билдәле анатомик төҙөлөшө буйынса хәҙерге кешеләрҙең ҡалдыҡтары Африкала табылған, уларҙың датировкаһы 195 000 йыл элек йәшәүҙәрен күрһәтә. Молекуляр биология эҙләнеүҙәре «хәҙерге кешеләр» төркөмөнә ингән барлыҡ субтөрҙәрҙең берҙәм йыраҡ бабаларҙан сығыу ваҡыты 200 000 йыл элек булыуын күрһәтә. Приматтарҙың эволюция тарихының 65 миллион йылды ҡаплауы билдәле. Приматтар барлыҡ йәшәргә дауам итеүсе имеҙеүселәр синыфы плаценталылар инфрасиныфының иң боронғо төркөмдәренең береһе тип һанала. Иң боронғо билдәле примат имеҙеүсе төрө (Плезиадапис тәртибе) тамырҙары [[Төньяҡ Америка]]ға китә — Палеоцен һәм Эоцен дәүерендәге тропик [[Евразия]] һәм Африка киңлектәрендә таралған ине. Молекуляр мәғлүмәт кешеләр һәм башка ҙур маймылдарҙың һуңғы берҙәм йыраҡ бабалары 4-8 миллион йыл элек йәшәүенә ишаралай. Кешеләр ырыуының иң яҡын йәшәүсе туғандары — [[гориллалар]] һәм [[шимпанзе]], сөнки улар иң яҡын уртаҡ йыраҡ бабаларына эйә.
Кешеләрҙең [[ДНК]] структураһы бөгөнгө ике төр шимпанзе менән иң оҡшаш: ябай шимпанзе һәм бонобо. Тулы геном тикшеренеүҙәре «6,5 [миллион] йыл дауамындағы айырым эволюция нәтижәһендә, кешеләр менән шимпанзе араһындағы айырма ике бәйле булмаған кеше араһындагы айырманан 10 тапҡыр ҙурыраҡ һәм тысҡан менән ҡомаҡ араһындағы айырманан ун тапҡыр кесерәк» тигән һығымтаға килергә рөхсәт итте. Ҡалып: Attribution needed Төрлө ғалимдарҙың юрауҙары буйынса, кеше һәм шимпанзеның функциональ ДНК-лары 95-99 % оҡшаш тигән фекерҙә.
Кеше һыманһымаҡ маймылдар уртаҡ йыраҡ бабаның тоҡомдары.
 
== Палеолит ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кеше» битенән алынған