Башҡортостан Республикаһы Башлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
Башҡортостан Республикаһы Башлығы бер үк вакытта [[Башҡортостан Хөкүмәте|Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] етәксеһе лә булырға мөмкин<ref>Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы</ref><ref>Башҡортостан Республикаһының 2001 йылдың 19 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында” 215-з һанлы Законы (Башҡортостан Республикаһының 2003 йылдың 13 мартындағы 471-з һанлы, 2006 йылдың 8 декабрендәге 386-з һанлы, 2007 йылдың 30 майындағы 430-з һанлы закондары редакцияһында)</ref>.
 
== Юридик статусы һәм вәкәләттәре ==
{{Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу|url=http://glavarb.ru/bash/president/statusipolnomochiya/}}
[[Файл:BashkirWhiteHouse2.jpg|500px|thumb|right| Республика Йорто – Башҡортостан Республикаһы Башлығының резиденцияһы (бинаның көнсығыш өлөшө).]]
 
Башҡортостан Республикаһы Президентының вәкәләтлек осоро – биш йыл. Башҡортостан Республикаһы Президентының статусы һәм вәкәләттәре Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы федераль закондар, [[Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы]] һәм Башҡортостан Республикаһы закондары менән билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты:
- кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын бойомға ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, уның территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә;
 
- Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй; республика Хөкүмәтен ойоштора һәм уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә, [[Башҡортостан Хөкүмәте|Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] Премьер-министрын тәғәйенләй, [[Башҡортостан Хөкүмәте|Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен]] отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә;
 
- республика башҡарма власть органдары структураһын билдәләй, республика башҡарма власть органдары етәкселәрен, Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдары ҡарамағындағы, шулай уҡ сит федератив дәүләттәр субъекттарында һәм сит дәүләттәрҙең административ-территориаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]]ға закон проекттары индерә, Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йә уларҙы кире ҡаға;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]]ға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаларын, республикалағы хәл тураһында доклад тәҡдим итә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]]ға Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе, рәйес урынбаҫары, судьялары, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы квалификация коллегияһында йәмәғәтселек вәкилдәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар, мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
 
- үҙ вәкәләттәренә ярашлы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;
 
- Башҡортостан Республикаһы исеменән договорҙарға һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуя;
 
- Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтен ойоштора һәм Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советын төҙөй;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре|Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары]] менән бүләкләй һәм Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы һәм башҡа исемдәрен бирә;
 
- Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, федераль закондарға, «Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа закондарына ярашлы бүтән вәкәләттәрҙе башҡара.
 
Башҡортостан Республикаһы Президенты ваҡытлыса (ауырыу йәки отпускыла булыу сәбәпле) үҙ бурыстарын башҡара алмаған осраҡтарҙа уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры тормошҡа ашыра.
 
Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәре, федераль закон һәм [[Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы]] менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, Башҡортостан Республикаһы һайланма дәүләт власы органдарын һәм урындағы үҙидара органдарын таратыу йәки уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу өсөн файҙаланыла алмай.
== Президент ҡарамағындағы ойошмалар, консультатив һәм кәңәш органдары ==
* Йәмәғәт контроле буйынса совет