Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
49 юл:
1735 йылдың йәйендә күмәк кеше йәлеп иткән башҡорт хәрәкәте Башҡортостандың европа өлөшөндә йәйелдерелә. Өфө янындағы рус ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр, Миңзәлә һәм башҡа тораҡтар ҡамауҙа ҡалған. Августа Тенис биҫтәһенән Ырымбурға сыҡҡан аҙыҡ-түлек ылауы ҡыйратыла. Баш күтәреүселәрҙең төп көстәре Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә һәм Дим йылғаһы буйында туплана. Баш ҡалаға ихтилал башланыуы тураһындағы хәбәр июль һуңында барып етә. Баш күтәреүселәргә ҡаршы торор өсөн [[Башҡорт эштәре комиссияһы]]булдырылған. Комиссия етәксеһе һәм Башҡортостандағы хәрби көстәр командиры итеп 1735 йылдың 13 авгусында генерал-лейтенант [[Румянцев, Александр Иванович|А. И. Румянцев]] тәғәйенләнгән. Уның ҡарамағына 3 регуляр полк, 500 [[Яйыҡ казагы|яйыҡ казагы]], 3000 [[Ҡалмыҡ|ҡалмыҡ]] булған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы 20 меңдән ашыу кешенән торған бер нисә каратель экспедицияһы ойошторолған.
 
Шулар араһында иң ҡанһыҙы суҡындырылған мишәр А. И. Тевкелевтең (башҡорт халҡы уны [[Тәфтиләү]] тип йөрөткән һәм уның яуызлығын ҡарғаған [[Тәфтиләү(йыр)|"Тәфтиләү"]] йырын сығарған) Балыҡсы улусы [[Һөйәнтүҙ]] ауылы башҡорттарын ҡаты язалауы булған.
1736 йылдың ғинуарында Тәфтиләү Һөйәнтүҙ ауылын юҡ итергә бойороҡ биргән. П. И. Рычков, ошо ваҡиғаларҙың шаһиты: «Был ауылдың, ҡатындары, балалары менән, меңләгән кешеһен, атып, драгундар штык менән сәнсеп, үлтерҙе. Бынан тыш 105 кешене, келәткә ябып, ут төрттөләр. … Шулай итеп, бөтөн Һөйәнтүҙ ауылы кешеләре, беренән-бере кесе балалары, ҡатындары менән, бер төн эсендә ут-ҡоралдан һәләк булды, ә торлаҡтары көл-күмергә әйләндерелде».
Артабан Тевкелев һәм полковник Мартыновтың каратель отрядтары тағы ла 51 ауылды туҙҙыра һәм яндыра, Себер даруғаһы Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарының (хәҙерге Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары территориялары) 2 меңдән ашыу кешеһен үлтерә.