Һут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Oranges_and_orange_juice.jpg|мини|Әфлисүн һуты - донъяла иң билдәлеһе]]
'''Һут''' — шыйыҡ [[аҙыҡ]] төрө, ашауға яраҡлы йәшелсә-еләк емештәрен һәм еләк культураларын һығып, килеп сыға. Һут барлыҡ илдәрҙә лә билдәле. Бигерәк тә бешкән, ашауға яраҡлы, яҡшы емештәрҙән һығылған һут таралған. Шулай уҡ үләндең һабағы, тамыры, япрағынан да һут була (мәҫәлән, [[сельдерей]], шәкәр ҡамышы һабағынан һут). [[Йөҙөм (еләк)|Йөҙөм]] һәм [[сейә]] һуттары составы буйынса бер төрлө.
 
Ҡулланыусылар күҙлегенән ҡарағанда, һуттар өс төргә бүленә:
6 юл:
* туранан-тура һығылған һут. Был һут яҡшы, бешкән емештән һығыла, пастеризациялана һәм зарарһыҙландырылған пакеттарға йәки быяла һауытҡа ҡойола.
* тергеҙелгән һут. Уны туйындырылған һуттан һәм эсәр һыуҙан эшләп, зарарһыҙландырылған пакеттарҙа һатыуға сығаралар.
 
Ҡануниәт нигеҙендә (ТР ТС 023/2011 Еләк һәм йәшелсәнән һут продукцияһына техник регламент), һут тип «әсемәгән, әсергә мөмкин, ашарға яраҡлы, яҡшы бешкән, сей йәки киптерелгән емеш йәки йәшелсәгә физик көс түгеп барлыҡҡа килгән, эшләү ысулына ҡарамаҫтан, туҡлыҡлыҡ ҡиммәте, физик-химик һәм органолептик сифаттарын юғалтмаған шыйыҡ аҙыҡты» беләләр.
 
== Рәсми төрҙәре ==
[[Рәсәй]] ҡануниәте буйынса, емеште эшкәртеү һәм етештереү ысулы буйынса һуттар түбәндәгеләргә бүленә:
# '''Туранан-тура һығыу''' — яңы еләк-емеште һәм (йәки) йәшелсәне механик эшкәртеүҙән килеп сыға;
# '''Яңы һығылған һут''' — яңы еләк-емеште һәм (йәки) йәшелсәне туранан-тура ҡулланыусы алдында һығыла, консерваланмай;
Юл 17 ⟶ 18:
 
== Һут һәм һут продукцияһы төрҙәре ==
[[Файл:V8_vegetable_juice.jpg|мини|ПотреблениеЙыл соковһайын вһут миреэсеүселәр растетһаны ежегодноарта]]
''Һут продукцияһы'' — һут ҡына түгел, шулай уҡ тат, морс, һутлы эсемлектәр. Был эсемлектәр составы һәм тәме буйынса айырыла.
# '''Йәшелсә-емештән һут''' — тура йәки яңы һығылған һут.
# '''Тергеҙелгән һут''' — туйындырылған һәт һәм һыуҙан әҙерләнә. Һутта консерванттар, буяуҙар, тәмләткестәр булырға тейеш түгел.
# '''Тат''' — шыйыҡ аҙыҡ, туйындырылған һут (иҙмә), һыу һәм еҫле өҫтәлмәләр ҡушыла. Шулай уҡ шәкәр, тәбиғи әсеткестәр (мәҫәлән, [[лимон]] кислотаһы), аскорбин кислотаһы, йәшелсә-емеш йомшағы, цитрус күҙәнәктәре өҫтәлә. Консерванттар, буяуҙар, тәмләткестәр ҡушылмай. Һут күләме - 20-50 % була. Ғәҙәттә, татты бигерәк татлы йәки әсе тәмле (мәҫәлән, сейә, [[ҡарағат]], гранат) йәки ҡуйы (мәҫәлән, банан, персик) йәшелсә-емештән әҙерләнә.
# '''Һутлы эсемлек'''  — шыйыҡ аҙыҡ, һут һәм/йәки иҙмә, туйындырылған һут һәм һыуҙы ҡушып, әҙерләнә (иҙмә күләме 10 % кәм булырға тейеш түгел). Ҡара бөрлөгән, [[ҡурай еләге]], кактус, лаймдан һәм башҡа һутлы эсемлектәр була.
# '''Морс''' — ғәҙәти урыҫ милли  эсемлеге. Сәнәғәт юлы менән морсты еләк һуты ҡушылмаһы, һыу, шәкәр ҡушып эшләйҙәр (һут күләме 15 % кәм булмаҫҡа тейеш). 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һут» битенән алынған