Уҡый-яҙа белеү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
1 юл:
[[Файл:WorldMapLiteracy2011.png|thumb|right|400px|Донъя илдәре буйынса уҡый-яҙа белеү (грамоталылыҡ) кимәле (Кешелек үҫеше буйынса отчёттан, 2011)]]
'''Уҡый-яҙа белеү''', '''грамоталылыҡ''' ({{lang-la|grammatica}}, [[урыҫ теле|урыҫса]] «учение о словесности», «һүҙ ижады тураһында тәғлимәт»; {{lang-grc|γραμματική}}, урыҫса «словесность, грамматика», «һүҙ ижады, грамматика») — [[кеше]]нең әсә (туған) телендә уҡый һәм [[Яҙма (Әлифба)|яҙа]] белеү күнекмәләренә эйә булыу кимәле (дәрәжәһе). «Грамоталы», «уҡый-яҙа белә» тип ниндәйҙер [[Тел (лингвистика)|телдә]] уҡый һәм яҙа, йәки бары тик уҡый белгән кешегә әйтәләр. Хәҙерге заманда иһә был һүҙҙәр башлыса грамматика һәм дөрөҫ яҙылыш нормаларына һәм ҡағиҙәләренә ярашлы яҙа белеүҙе аңлата. Бары тик уҡый ғына белеүселәрҙе, ғәҙәттә, «ярты наҙан» тиҙәр. [[Статистика]]ла '''грамоталылыҡ''' төшөнсәһенә кешенең үҙ көндәлек тормошона ҡағылған ҡыҫҡа һәм ябай тексты уҡып сығыу, аңлау һәм яҙыу һәләте индерелә. '''Өлкән халыҡтың уҡый-яҙа белеү (грамоталылыҡ) кимәле''' — 15 йәштәге һәм унан да өлкәнерәк белемлеләр өлөшө.
Теге йәки был халыҡтың '''грамоталылыҡ индексы''' (ҡайһы берҙә ябай ғына '''грамоталылыҡ''' тип тә йөрөтөлә) — белемлеләр һанының дөйөм халыҡ иҫәбенә ҡарата нисбәте, һәм ул ғәҙәттә проценттарҙа билдәләнә. Грамоталылыҡ индексы башланғыс белем кимәлен ҡәтғи үлсәмәһә лә, бары уны етәрлек дәрәжәлә күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итә.
 
Уҡый-яҙа белеү — кешенең артабан үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ. Китап уҡыу кешелек туплаған уй-фекерҙәр һәм белем хазинаһы менән танышыуға ''уңай шарттар'' тыуҙыра. Әммә грамоталылыҡ бер үк ваҡытта йәмғиәттә теге йәки был [[идеология]]ны [[пропаганда]]лау ҡоралы булып та файҙаланырға мөмкин<ref name="AliOkulu">{{книга
|автор = Asli Ozgur Peker Dogra.
|заглавие = The soldier and the civilian: Conscription and military power in Turkey
|ссылка = http://books.google.com/books?id=exKyoisJYIYC&pg=PA72&dq=literacy+conscripts&hl=en
|место = N.&nbsp; Y.
|издательство = New York University
|год = 2007
|страницы = 42
|страниц = 216
}}</ref>. Грамоталылыҡтың нимәгә һәм нисек хеҙмәт итеүе тәғәйен бер илдә [[мәғариф]]тың ниндәй шарттарға ҡуйылыуы менән ныҡ бәйле.
 
Уҡый-яҙа белеүҙең таралыу дәрәжәһе теге йәки был ил халҡының бөтөн кешелектең интеллектуаль тормошонда ҡатнашыуын сағылдыра, әлбиттә, быны сағыштырмаса тип билдәләргә кәрәк, сөнки дөйөм белем һәм рухи хазинаны туплауҙа (аҙыраҡ кимәлдә булһа ла) наҙан йә белемһеҙ тип һаналған халыҡтар ҙа ҡатнашҡан һәм ҡатнаша.
 
== Уҡый-яҙа белеүҙең таралыу тарихы (боронғо дәүерҙәрҙән XIX быуатҡаса) ==
 
== Һылтанмалар ==