Уҡый-яҙа белеү: өлгөләр араһындағы айырма

кешенең туған телдә яҙыу һәм уҡыу оҫталығы дәрәжәһе
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңы мәғлүмәт
(айырмалар юҡ)

10:58, 6 октябрь 2016 өлгөһө

Уҡый-яҙа белеү, грамоталылыҡ (лат. grammatica, урыҫса «учение о словесности», «һүҙ ижады тураһында тәғлимәт»; бор. грек. γραμματική, урыҫса «словесность, грамматика», «һүҙ ижады, грамматика») — кешенең әсә (туған) телендә уҡый һәм яҙа белеү күнекмәләренә эйә булыу кимәле (дәрәжәһе). «Грамоталы», «уҡый-яҙа белә» тип ниндәйҙер телдә уҡый һәм яҙа, йәки бары тик уҡый белгән кешегә әйтәләр. Хәҙерге заманда иһә был һүҙҙәр башлыса грамматика һәм дөрөҫ яҙылыш нормаларына һәм ҡағиҙәләренә ярашлы яҙа белеүҙе аңлата. Бары тик уҡый ғына белеүселәрҙе, ғәҙәттә, «ярты наҙан» тиҙәр. Статистикала грамоталылыҡ төшөнсәһенә кешенең үҙ көндәлек тормошона ҡағылған ҡыҫҡа һәм ябай тексты уҡып сығыу, аңлау һәм яҙыу һәләте индерелә.

Донъя илдәре буйынса уҡый-яҙа белеү кимәле (Кешелек үҫеше буйынса отчёттан, 2011)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр