Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, стилде төҙәтеү, орфография, аныҡлаштырыу, яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
14 юл:
[[Чечен Республикаһы|Чечен Республикаһында]] хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа өс мәртәбә (1995, 1997, 1998 йылдарҙа) ижади сәфәрҙә булып ҡайта. Бер нисә мәртәбә Һалдат әсәләре комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған гуманитар йөктө беҙҙең һалдаттарға алып барып таратыуҙа ҡатнаша. Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, шул турала гәзит биттәрендә мәҡәләләр серияһы менән сығыш яһай.
 
Юлъяҙмалары, сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре өсөн 1996 йылда [[“Башҡортостан“ гәзите|“Башҡортостан”]] гәзитенең йыл лауреаты була.
 
2002 йылдың июлендә “Шоңҡар”“[[Шоңҡар (журнал)|Шоңҡар]]” журналына баш мөхәррире итеп күсерелә. Артабан Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып эшләп ала. Бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
 
2011 йылдың авгусында “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә<ref name="Әҙәбиәтебеҙ шоңҡары">http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2397-bitebe-shoary.html</ref>.