Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
53 юл:
Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында ике концерт залы: 300 урынлыҡ Кесе (Орган), архитекторы Александр Фаворский, һәм 633 урынлыҡ Ҙур зал эшләп килә.
 
Филармония сәхнәһендә билдәле йырсылар [[Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы|Флүрә Килдейәрова]], [[Иҙрис Ғәзиев]], [[Нәзифә Ҡадирова]], [[Хызыров Вәхит Ғәлибай улы|Вәхит Хызыров]], Фәҙис[[Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы|Фәдис Ғәниев]], Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Вәкил Йәләлетдинов (аккомпаниатор Рөстәм Ҡуҙашев менән), ҡурайсы [[Азат Айытҡолов]], органда уйнаусы [[Владислав Мортазин]], тасуири уҡыусы [[Фәтихова Лилиә Ғарифулла ҡыҙы|Лилиә Фәтихова]]. Башҡорт музыка мәҙәниәтен үҙенсәлекле интерпретация менән «Йәдкәр», «Каруанһарай», «Далан», «Ихлас» эстрада төркөмдәре пропагандалай. «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» юмористик коллективы уңышлы сығыш яһай. Шулай уҡ йәштәр Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы [[Рәмил Ғайзуллин]]). Поэмаларҙы Әнисә Яхина уҡый.
 
Филармонияның Ҙур залында төрлө музыкаль ваҡиғалар — Халыҡ-ара камера һәм симфоник музыка фестивале, Халыҡ-ара «Алһыу ҡаплан» джаз фестивале уҙғарыла. Ҙур зал сәхнәһендә даими рәүештә Рәсәй Милли филармония оркестры һәм «Мәскәү виртуоздары» Дәүләт камера оркестры, «Яңы Рәсәй» дәүләт симфоник оркестры, «Мәскәү солистары» камера оркестры, Дмитрий Хворостовский, Денис Мацуев, Граф Муржа концерттар бирә.