Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
33 юл:
==Ҡәләмдәштәре уның тураһында ==
 
"ТосИршат фекертураһында һәм үткерБашҡортостандың ҡәләм "(2012) халыҡ яҙыусыһы Әхиә!р Хәкимов былай тип яҙа:"Бығаса мин Иршат Теләүембәтте үткер ҡәләмле журналист сифатында белә инем. Уның ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи проблемаларға арналған мәҡәләләре, очерктары гәзит уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмағандыр. Был сығыштар көнүҙәк темаларҙы мотлаҡ ил-халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар менән тығыҙ бәйләү арҡаһында публицистиканың күренекле үрнәктәре кимәлендә ине.
 
Беҙҙең күпселек яҙыусылар кеүек, Иршат та әҙәбиәткә журналистика аша килде. Хәйер, ул бөгөн дә был элемтәне өҙмәй. Уның “Бығау сыңы” тип аталған китабына хикәйәләр менән бергә юлъяҙмаларының да индерелеүе — быға асыҡ миҫал.
50 юл:
Прозаик Теләүембәт иһә был төйөндөң ил муйынындағы боғалаҡ икәнлеген кеше яҙмыштары аша күрһәтеү юлын һайлай. “Һөйәк”, “Ҡамау”, ”Саҡырылмаған ҡунаҡ” кеүек хикәйәләрҙә һүрәтләнгән тетрәндергес ваҡиғалар Чечня һуғышына ҡарғыш булып яңғырай. Автор ҡуйы буяуҙарҙы мул ҡуллана, үҙенең персонаждары менән бергә нәфрәтләнә, һыҡтай, киҫәтә...
 
Прозаға өр-яңы үткер сюжеттар алып килгән “Бығау сыңы” китабын Иршат Теләүембәттең яуаплы ла, мауыҡтырғыс та ижади артылышты яулауына дәлил итеп һанарға нигеҙ бар."Әхиәр ХӘКИМ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
 
== Почетлы исемдәре ==