Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
}}
 
'''Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле''' — Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
 
«Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индереү һәм пропагандалау өсөн» Салауат Юлаев исемендәге премияһын алыусы берҙән-бер коллектив.
 
== Тарихы ==
[[1936 йыл]]—[[1938 йыл]]дарҙа коллектив БАССР-ҙың Берләшкән театрҙар янындағыҡарамағындағы концерт-эстрада бюроһында барлыҡҡа килә, Башҡорт театр училищеһы һәм үҙешмәкәр башҡарыусыларынан төҙөлә. 1938 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында булдырылған Башҡорт йыр, бейеү һәм музыка ансамбленә үҙгәртелә. [[1939 йыл]]дың 11 мартында Игорь Моисеев уҡыусыһы [[Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы]] ансамблде етәкләй башлай. Был дата ансамблдең тыуған көнө һанала.
 
[[1940 йыл]]да Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә айырымлана. [[1940 йыл]]дың йәйендә ансамбль Башҡортостан буйлап беренсе гастролдәре үтә. [[1941 йыл]]дың башында [[Мәскәү]]ҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. [[1955 йыл]]да Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡабаттан ҡатнаша, бөтә союзға билдәле булып китә.
15 266

үҙгәртеү