Тойғонов Риф Ғәлим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
Риф Тойғон ижады [[башҡорт]] әҙәбиәтендә үҙенсәлекле урын алып тора. Ул тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. 2000 йылда [[Төркиә]]нең Малатья ҡалаһында уҙғарылған төрки телле илдәр шағирҙәренең III халыҡ-ара фестивалендә әҙип Башҡортостан вәкиле булып уңышлы сығыш яһаны. Уны шулай уҡ 2012 йылда [[Төркиә]]нең Тарсус ҡалаһында үткән XI «Шиир Акшамлари» (Шиғриәт кистәре) халыҡ-ара фестивалендә лә яҡшы ҡабул иттеләр.
 
Күренекле башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы [[Сәйетбатталов Ғәли Ғәлиевич|Ғәли Сәйетбатталов]] әҙиптең әҫәрҙәренең телен ентекләп тикшерә һәм был турала үҙенең күп томлы «Башҡорт теле» тип исемләнгән монографик хеҙмәтендә бары тик ыңғай фекерҙәр яҙа. «Ғөмүмəн алғанда, Тойғондоң «Туҡталҡа» повесы һəм бүтəн əҫəрҙəре [[Башҡорт əҙəбиəтен|башҡорт əҙəбиə]]<nowiki/>тен, əҙəби телебеҙҙе үҫтереүҙə билдəле əһəмиəткə эйə», ти ғалим.
 
== Китаптары ==