Хызыров Вәхит Ғәлибай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
Хызыров Вәхит Ғәлибай улы [[1965 йыл]]дың [[16 ноябрь|16 ноябрендә]] [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Әбйәлил районы]] [[Таштимер]] ауылында музыкаль ғаиләлә тыуған. Алты баланың өсәүһе профессиональ йырсы булған.
 
1988 йылда [[Өфө сәнғәт училищеһы]]н ([[Джон Мусин|Д. Ә. Мусин]] класы), 1993 йылда — [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтын]] ([[Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы|М. Ғ. Мортазина]] класы), 2006 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлаған.
 
1988 йылдан Өфө агрегат производство берекмәһенең «Авангард» мәҙәниәт йортоноң вокаль ансамбле менән етәкселек иткән, 1991 йылдан — [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]ның хор артисы, 1994 йылдан башлап [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда солист-вокалист булып эшләгән (2003—2004 йылдарҙа — художество етәксеһе), шул уҡ ваҡытта 1991 йылдан [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда, 1998 йылдан — [[Өфө сәнғәт институты]]нда уҡыта.