Павловка һыуһаҡлағысы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Павловка һыуһаҡлағысы  '''— [[Ҡариҙел]] йылғаһында [[Павловка ГЭС-ы]] плотинаһы хасил иткән һыуһаҡлағыс.   [[Өфө]] ҡалаһы өсөн һыу менән тәьмин итеү резервы булып тора. 
 
Үрге һәм урта өлөшө [[Башҡортостан Республикаһы]]<nowiki/>ның [[Ҡариҙел районы]]<nowiki/>нда, түбәнге өлөшө республиканың [[Благовещен районы|Благовещен]] һәм [[Нуриман районы|Нуриман]] райондары араһында урынлашҡан. 
 
Һыуһаҡлағысты тултырыу ГЭС төҙөлөшө башланғандан һуң 9 йылдан  — 1959 йылда  — башлана һәм 1961 йылда тамамлана. 
 
== Һыуһаҡлағыс ==
Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо 150 километр тәшкил итә ([[Муллаҡай (Ҡариҙел районы)|Муллаҡай]] ауылынан [[Павловка (Нуриман районы)|Павловка]] ауылына тиклем).  Үҙәнле типҡа ҡараған һыуһаҡлағыс.  Максималь киңлеге  — 1750 метр (уртаса  — 770 метр)<ref name="osobenosti">{{Мәҡәлә|автор=Р. Ф. Абдрахманов, В. А. Тюр, А. О. Полева, В. М. Юров|заглавие=Особенности гидрологического и гидрохимического режимов крупных водохранилищ Южного Урала|ссылка=http://www.vestnik.vsu.ru/pdf/geograph/2009/01/2009-01-03.pdf|издание=Вестник ВГУ. Серия: География. Геоэкология|место=Воронеж|издательство=ВГУ|год=2009|выпуск=1|страницы=2330}}</ref>. Уртаса тәрәнлеге 11,7 метр, плотина эргәһендә  — 35 метрға тиклем. Түбәнге өлөшө [[Ҡариҙел]] тамағынан 170  километрҙа ята. 
 
Һыуһаҡлағыс Өфө платоһында, ләкин ныҡ карстланған территорияла урынлашҡан (СССР-ҙа бындай тип территорияла төҙөлгән беренсе ҙур һыуһаҡлағыс була)<ref name="osobenosti">{{Мәҡәлә|автор=Р. Ф. Абдрахманов, В. А. Тюр, А. О. Полева, В. М. Юров|заглавие=Особенности гидрологического и гидрохимического режимов крупных водохранилищ Южного Урала|ссылка=http://www.vestnik.vsu.ru/pdf/geograph/2009/01/2009-01-03.pdf|издание=Вестник ВГУ. Серия: География. Геоэкология|место=Воронеж|издательство=ВГУ|год=2009|выпуск=1|страницы=2330}}</ref>.
 
Һыуһаҡлағыс [[Ҡариҙел (йылға)|Ҡариҙел]] йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары аҡмаһына миҙгелле, аҙналыҡ һәм тәүлеклек көйләүҙе тормошҡа ашыра. Һыуһаҡлағысты нормаль терәк кимәлгә  (140 м) еткереп тултырыу яҙ башҡарыла, апрель аҙағы  — май башында тамамлана. Йылғаның яҙғы ағымының 16  проценты самаһы туплана <ref name="osobenosti">{{Мәҡәлә|автор=Р. Ф. Абдрахманов, В. А. Тюр, А. О. Полева, В. М. Юров|заглавие=Особенности гидрологического и гидрохимического режимов крупных водохранилищ Южного Урала|ссылка=http://www.vestnik.vsu.ru/pdf/geograph/2009/01/2009-01-03.pdf|издание=Вестник ВГУ. Серия: География. Геоэкология|место=Воронеж|издательство=ВГУ|год=2009|выпуск=1|страницы=2330}}</ref>. Тупланған һыу күләме тулыһынса йә өлөшләтә шул уҡ йылды эшкә ҡушыла. Эшләтеү ғинуарҙа башлана һәм  140 көн дауам итә. Һыу кимәле тирбәлеүенең йыллыҡ амплитудаһы уртаса 11 метр тәшкил итә<ref name="danilov">{{Мәҡәлә|автор=А. Н. Данилов|заглавие=Павловское водохранилище|ссылка=http://encycl.bash-portal.ru/pavl_vod.htm|издание=Башкортостан. Краткая энциклопедия|место=Уфа|издательство=Башкирская энциклопедия|год=1996}}</ref>.
 
Гидроузелдың ҡапҡаһы тирәһендә һыу йыйылыу майҙаны 47  100 кв.  км² тәшкил итә, күп йыллыҡ уртаса аҡмаһы йылына  10,74 куб километрға, шул иҫәптән яҙғы ташҡын аҡмаһы 5,8 куб километрға тигеҙ<ref name="voroncov">{{Китап|автор=В. М. Воронцов, В. А. Кривошей, А. Б. Разгуляев, В. И. Савенко|заглавие=Внутренние водные пути России|место={{М}}|издательство=По Волге|год=2003|страниц=186|isbn=5-901916-12-3|тираж=2500}}</ref>.
 
Һыуһаҡлағыс ноябрҙән майға тиклем боҙ менән ҡаплана,  февраль-мартта боҙ ҡалынлығы  70—80  сантиметрға етә.<ref name="danilov">{{Мәҡәлә|автор=А. Н. Данилов|заглавие=Павловское водохранилище|ссылка=http://encycl.bash-portal.ru/pavl_vod.htm|издание=Башкортостан. Краткая энциклопедия|место=Уфа|издательство=Башкирская энциклопедия|год=1996}}</ref>
 
== Павловка гидроузелы ==
Павловка гидроузелы [[Нуриман районы|Нуриман]] районыныңның [[Павловка (Нуриман районы)|Павловка]] ауылы эргәһендә урынлашҡан. Гидроузел составына үҙәнле һәм һыубаҫар плотиналар, 166 МВт ҡеүәтле плотиналы-үҙәнле  [[Павловка ГЭС-ы|Павловка гидроэлектр станцияһы]]  һәм бер камералы шлюз инә. 
 
Гидроҡоролмалар класы  — II. Павловка суднолар йөрөү шлюзы  — бер баҫҡыслы, плотина буйында, бер епле, шахталы, тимер-бетон, док тибында. Шлюздың төп функцияһы  — баҫым фронтын тәьмин итеүҙә ҡатнашыу,  судноларҙы, һалдарҙы һәм һирәк була торған һәләкәтле ташҡындарҙы үткәреү. Шлюздың тышҡы ситтәре араһындағы алыҫлыҡ  — 164,16  м. Шлюз камераһының габарит үлсәмдәре  — 120,0 × 15,0  м,  камераның  оҙонлоғо  — 96,4  м. Ул — — шахта тибындағы монолит тимер-бетон  гидротехник ҡоролмаларҙың иң ҡарты, Европала иң ҙур баҫымлы шлюз <ref name="voroncov">{{Китап|автор=В. М. Воронцов, В. А. Кривошей, А. Б. Разгуляев, В. И. Савенко|заглавие=Внутренние водные пути России|место={{М}}|издательство=По Волге|год=2003|страниц=186|isbn=5-901916-12-3|тираж=2500}}</ref>.
 
== Транспорт ==
Ҡариҙел йылғаһы һәм  Павловка һыуһаҡлағысы һыу транспорты юлы булараҡ, нигеҙҙә, урындағы йөктәрҙе республиканың алыҫ төбәктәренә ташыу өсөн хеҙмәт итә. Ҡариҙел йылғаһынан башҡа, Павловка һыуһаҡлағысына суднолар йөрөшлө өс ҙур булмаған  ҡушылдыҡ ағып төшә: [[Байҡы (йылға)|Байҡы]], [[Йүрүҙән]], [[Өрөш]]<ref name="voroncov">{{Китап|автор=В. М. Воронцов, В. А. Кривошей, А. Б. Разгуляев, В. И. Савенко|заглавие=Внутренние водные пути России|место={{М}}|издательство=По Волге|год=2003|страниц=186|isbn=5-901916-12-3|тираж=2500}}</ref>.
 
  2010 йылда  Павловка һыуһаҡлағысы тирәләй Павловка ауылынан «Павловка паркы» туристик тауҙан шыуыу үҙәгенә тиклем асфальт юл һалына (оҙонлоғо 7 км).
 
Павловка һыуһаҡлағысы тирәләй автомобиль юлдары күп түгел. Һыуһаҡлағыс үтә оҙон булғанлыҡтан  (150 км) уны ҙур юлдар буйлап урап үтергә тура килә. 
[http://www.utesresort.ru/map Павловка һыуһаҡлағысына барыу юлының һыҙмаһы.]
 
37 юл:
 
== Әҙәбиәт ==
"«Выбор"» гәзите, №118№ 118-119 (10044-10045) 11.08.2015.  "«Край тысячи озёр"» мәҡәләһе.
 
== Шулай уҡ ҡара ==