Ғирфанов Вәкил Кәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
30 юл:
{{фамилиялаш|Ғирфанов}}
 
'''Ғирфанов Вәкил Кәлей улы''' ([[25 ғинуар]] [[1909]] — [[10 май]] [[1980]]) — [[Башҡортостан]]дың [[фән]] һәм йәмәғәт эшмәкәре, агробиолог, [[ауыл хужалығы]] фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм БАССР-ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа [[Башҡорт АССР-ы]]ның Юғары Совет Рәйесе. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. КПСС ағзаһы.
 
 
40 юл:
1933—1935 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик яңыртыу ғилми-тикшеренеү институтында, 1935—1938 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1938—1942 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре була.
 
[[1942 йыл]]да Вәкил Ғирфанов үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм хәрби юлын миномет расчеты составында Сталинград янындағы алыштарҙа башлай. Дүрт тапҡыр яраланып, гвардия лейтенанты Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай<ref>[http://www.istoki-rb.ru/detail.php?article=481 Альп САГАДЕЕВ. С пулей в сердце. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки», 2010, 10 март]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
 
Тыныс хеҙмәткә 1946 йылда ҡайта һәм 1952 йылға тиклем Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының агротехника бүлеге мөдире була.
 
[[1952 йыл]]дан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында: башта ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1961—1980 йылдарҙа Институт директоры.
 
Вәкил Ғирфанов 1980 йылдың 10 майында вафат була һәм Өфө ҡалаһында ерләнә.
 
== Ғилми эшмәкәрлеге ==
Профессор Вәкил Ғирфановтың ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығы культураларының һыу режимын һәм туҡланыуын, иген культураларының һәм шәкәр сөгөлдөрөнең биохимик составын һәм физиологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ул республиканың барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла минераль ашламалар индереүҙең локаль ысыулының файҙаһын фәнни яҡтан нигеҙләгән.
 
Ғалим биоэкология, агрофизиология, бойҙай һәм башҡа бөртөклөләрҙең агротехникаһына арналған 190-ға яҡын ғилми хеҙмәт авторы.
 
== Фәнни хеҙмәттәре ==
* Яровая пшеница в Башкирии. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965<ref>[http://search.rsl.ru/ru/record/01006083775 Электронная библиотека. Гирфанов, Вакиль Калеевич - Яровая пшеница в Башкирии. Текст]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
* Засуха и урожайность яровой пшеницы в Башкирии. Свердловск, 1967.
* Микроэлементы в почвах Башкирии. М., 1975 (соавт.).
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Юл 70 ⟶ 78:
 
== Хәтер ==
* Ученый, парламентарий, руководитель (К 105-летию со дня рождения Вакиля Гирфанова). «[[Башинформ]]» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 25 ғинуар<ref>[http://www.bashinform.ru/news/602589-uchenyy-parlamentariy-rukovoditel-k-105-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-vakilya-girfanova/ {{Башинформ}}, 2014, 25 ғинуар]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
* Азнагулов В. Парламентарий, учёный, руководитель. К 100-летию выдающегося биолога Вакиля Гирфанова. [[Республика Башкортостан (гәзит)|«Республика Башкортостан» гәзите]], 2009, 24 ғинуар<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14268&tab=5 «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 24 ғинуар]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
* Сайт «Архивы Российской академии наук» НА УНЦ РАН.Фонд 61. Гирфанов Вакиль Калеевич <ref>[http://isaran.ru/?q=ru/fund&guid=3629C274-28E7-4D34-8311-A3AB831ACED8&ida=16 Сайт «Архивы Российской академии наук»]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 79 ⟶ 90:
== Әҙәбиәт ==
* Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.{{ref-ru}}
 
 
[[Категория:Ауыл хужалығы фәндәре докторҙары]]