Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
Филармония Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары советының 1939 йылдың 20 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә асылған. Филармонияны асыуҙың рәсми маҡсаты — Башҡорт АССР-ы халҡының сәхнә, музыка, хореография сәнғәтенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү булған. Филармония урыҫ һәм Европа музыка һәм әҙәби классиканы, Башҡорт АССР-ы халыҡтары музыкаһы, халыҡ сәнғәте, заман композиторҙары һәм яҙыусылары әҫәрҙәре үҫешен стимуллаштырыу өсөн төҙөлә.
 
Башҡорт дәүләт филармонияһының 1930-1940-сы йылдарҙа нығыныуы Диана Нурмөхәмәтова, [[Ғәлимов Хәбир Латип улы|Хәбир Ғәлимов]], [[Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы|Баныу Вәлиева]], Ғабдрахман Хәбибуллин исемдәре менән бәйле. Үҫешкән ваҡытында филармонияла [[Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы|Фәриҙә Ҡудашева]], Мәғфирә Ғәлиева, [[Бәхти Ғайсин]], [[Смаҡов Илфаҡ Мөзип улы|Илфаҡ Смаҡов]], Сөләймән [[Абдуллин Сөләймән Әйүп улы|Сөләймән Абдуллин,]] [[Рамаҙан Йәнбәков]] кеүек эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Филармонияла төрлө ансамблдәр ижады үҫешә — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (художество етәксеһе — [[Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы|Фәйзи Ғәскәров]]), музыкаль-әҙәби лекторий, хор һәм ҡурайсылар ансамбле, ике оркестр, оперетта һәм эстрада-цирк бригадаһы.
 
1948 йылда Концерт залы (хәҙер Бәләкәй зал) асыла, унда 1986 йылда «Sauer» немец фирмаһының органы ҡуйыла.