Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
45 юл:
 
=== 1-се этабы ===
Ырымбур экспедицияһы әҙерләнгәнлеген башҡорттар 1734 йылда [[НөрөшевНурышев, Килмәк|Килмәк НөрөшевНурышев]]ҡа — Нуғай даруғаһының күренекле [[Бей|бей]]енә Петербургтан башҡорт старшинаһы һәм муллаһы ''Тоҡсура Алмаҡовтан'' килгән хаттан белгәндәр. 1734 йылдың һуңында һәм 1735 йылдың яҙында бөтөн 4 даруға вәкилдәре (хәҙерге замандағы [[(Өфө районы) Чесноковка|Өфө районы Чесноковка]] ҡасабаһы урынында) [[ҡоролтай]]ға йыйылған. [[Рычков, Пётр Иванович|П. И. Рычков]] раҫлағанса, ерҙәренән һәм азатлығынан мәхрүм ҡалыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан<ref>''Жуковский П. В.'' Дополнения к «Истории Оренбургской» П. И. Рычкова //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Вып.33. Оренбург.1916. С.102-103; РГАДА. Ф.248. Кн.1236. Л.34-35.</ref>, башҡорттар <blockquote>«…бөтөнләй иректән яҙҙырырҙар, тип һөйләшеп, Ырымбур ҡалаһын (хәҙерге [[Орск]] ҡалаһы) төҙөүгә бөтөн көстәре менән ҡаршы торорға ҡарар иткәндәр».</blockquote> 1735 йылдың май һуңында - июнь башында Өфө эргәһендә Килмәк НөрөшевНурышев һәм [[Күсемов, Аҡай|Аҡай Күсемов]] етәкселегендә йыйылған башҡорттар, [[Ырымбур]]ҙы төҙөү тураһындағы ҡарарҙан баш тартыуҙы талап итеп, [[Кирилов, Иван Кириллович|И. К. Кирилов]]ҡа ике вәкил ебәргәндәр. Хөкүмәт кешеләре, ебәрелгән вәкилдәрҙе язалағандар, береһе хатта үлтерелгән. 1735 йылдың 15 июнендә Кирилов экспедицияһының Өфөнән Үр йылғаһына хәрәкәт итә башлауы ихтилал тоҡаныуға сигнал булған. Тәүге бәрелеш 1-6 июлдә булған: Килмәк Нөрөшевтең 3 меңлек отряды, экспедицияны һаҡлап уның артынан килгән, Вологда полкының роталарына һөжүм иткән.
 
1735 йылдың йәйендә күмәк кеше йәлеп иткән башҡорт хәрәкәте Башҡортостандың европа өлөшөндә йәйелдерелә. Өфө янындағы рус ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр, Миңзәлә һәм башҡа тораҡтар ҡамауҙа ҡалған. Августа ТечаТенис биҫтәһенән Ырымбурға сыҡҡан аҙыҡ-түлек ылауы ҡыйратыла. Баш күтәреүселәрҙең төп көстәре Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә һәм Дим йылғаһы буйында тупланған. Баш ҡалаға ихтилал башланыуы тураһындағы хәбәр июль һуңында барып еткән. Баш күтәреүселәргә ҡаршы торор өсөн [[Башҡорт эштәре комиссияһы]]булдырылған. Комиссия етәксеһе һәм Башҡортостандағы хәрби көстәр командиры итеп 1735 йылдың 13 авгусында генерал-лейтенант [[Румянцев, Александр Иванович|А. И. Румянцев]] тәғәйенләнгән. Уның ҡарамағына 3 регуляр полк, 500 [[Яйыҡ казагы|яйыҡ казагы]], 3000 [[Ҡалмыҡ|ҡалмыҡ]] булған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы йүнәлтелгән бер нисә каратель экспедицияһы ойошторолған. Каратель отрядтарында 20 меңдән ашыу кеше булған.
 
Шулар араһында иң ҡанһыҙы суҡындырылған мишәр [[Тевкелев, Котломөхәмәт Мамешевич|А. И. Тевкелев]]тең (башҡорт халҡы уны Тәфтиләү тип йөрөткән һәм уның яуызлығын ҡарғаған "Тәфтиләү" йырын сығарған) Балыҡсы улусы [[Һөйәнтүҙ]] ауылы башҡорттарын ҡаты язалауы булған.
60 юл:
 
=== 2-се этабы ===
1737—1738 йылдарҙағы ихтилал башында Бәпәнә Төрөпбирҙин, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Игембәтов, Мандар Ҡарабаев, Сәйетбай АлҡалинӘлҡәлин, Төлкөсура Алдағолов һ.б. торған. Ихтилалдың яңы көс менән күтәрелеүенең сәбәбе - 1735—1736 йылдарҙағы хәрәкәтте ҡанһыҙ баҫтырыу, йөкләмә үтәү шарттарының күтәрә алмаҫлыҡ булыуы. 1737 йылдың яҙында тәүгеләрҙән булып Себер һәм Уҫа даруғалары башҡорттары күтәрелгән. Апрель-майҙа баш күтәреүселәр [[Сыбаркүл (ҡала)|Сыбаркүл]], [[Силәбе]], [[Красноуфимск]] ҡәлғәләренә һөжүм иткәндәр.
Тулы булмаған мәғлүмәт буйынса, баш күтәреүселәр 15 меңдән ашыу кешеһен юғалтҡан. 1737 йыл башына ихтилалдың бөтөн әһәмиәтле лидерҙары ҡулға алынған.