Литвинов Андрей Витальевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу
26 юл:
}}
 
'''Андрей Витальевич Литвинов''' ([[19 март]] [[1993]], [[Новокузнецк]], [[Рәсәй]])  — [[Рәсәй]] хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецкиҙан [[Металлург (хоккей клубы, Новокузнецк)|«Металлург»]] командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта [[Континенталь хоккей лигаһы]]нда сығыш яһаған [[Салауат Юлаев (хоккей клубы)|«Салауат Юлаев»]] хоккей клубының уйынсыһы.
 
== Карьера ==
 
=== «Металлург» Нк системаһында (2014 йылға тиклем) ===
Андрей Литвинов Новокузнецкиҙан [[Металлург (хоккей клубы, Новокузнецк)|«Металлург»]] командаһының хоккей мәктәбендә тәрбиәләнә. 2008 һәм 2010 йылдарҙа ул 1993 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Рәсәй финалында уйнай. 2011 йылдың 10 ғинуарынды [[ЙХЛ чемпионаты]]нда сығыш яһаған Новокузнецкиҙан [[Кузнецкие Медведи|«Кузнецкие Медведи»]] өсөн тәү тапҡыр уйнай. 2010/11 йылдар миҙгелендә ул бөтәһе дүрт уйында ҡатнаша, тик бер тапҡырҙа осрашыуҙы башынан аҙағына тиклем тулыһынса үткәрмәй. 2011/12 йылдар миҙгеленең 18 ғинуарында Литвинов тәү тапҡыр бер уйында боҙҙа 60 минут була һәм шулай уҡ беренсегә бер гол да үткәрмәй ҡапҡаһын һаҡлап ҡала. Бөтәһе шул миҙгелдә, Андрей 10 уйында ҡатнаша һәм ике осрашыуҙа еңеүгә өлгәшә.
Юл 35 ⟶ 36:
 
Киләһе 2013/14 йылдар миҙгелендә «Ариада» өсөн даими чемпионатта ул 19 матчта ҡатнаша һәм ете тапҡыр уйында еңә. Команда Братина кубогына эләгә, әммә шунда тәүге раундта уҡ «Рубин» хоккей клубына 1-3 иҫәбе менән отола. Литвинов Братина кубогының өс уйынында ҡатнаша, берәүһен генә тулыһынса уйнай һәм шуны еңә. ЙХЛ чемпионатында ул һигеҙ осрашыу үткәрә һәм шуларҙың береһен генә еңә. Ошо миҙгелдән һуң Андрейҙың «Кузнецкие Медведи» менән контракты тамамлана.
 
=== «Липецк» менән «Буран» (2014—2016) ===
2014/15 йылдар миҙгелен ул [[Липецк (хоккей клубы)|«Липецк»]] хоккей клубында үткәрә. Яңы командаһы өсөн тәүге осрашыуҙы 21 сентябрҙә «СКА-Карелия» командаһына ҡаршы үткәрә, ә «Липецк» уйында дәғүәселәрен еңә (4:2). Был клуб өсөн шул миҙгелдә ул бөтәһе 27 осрашыуҙа ҡатнаша, шуларҙың 9 еңә һәм 10 еңелә, 2 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Литвинов командаһы менән Братина кубогының тәүге раундында «Ермак» хоккей клубына алты осрашыуҙа еңелә.
 
2015 йылдың 30 июнендә Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Буран» менән бер йылға килешеү төҙөй<ref>[http://www.vhlru.ru/lenta/67573/ Андрей Литвинов Воронежға күсә]</ref>. Клуб өсөн тәүге рәсми осрашыуҙа ул уйынды башынан аҙағына тиклем тора һәм бер гол да үткәрмәйенсә командаһына еңеү килтерә. Миҙгел башынан ул ялһыҙ 10 уйын үткәрә һәр яртыһын еңә. ЮХЛ-дың тәүге миҙгеленең иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла<ref>[http://www.vhlru.ru/lenta/68869/ Лауреаты недели]</ref>. «Буран» даими чемпионатта юғары бишенсе урынды яулай, тик плей-офф уйындарының тәүге серияһында Балашиханан «Динамо» командаһына ҡаршы серияның тәүге өс уйынын еңһә лә артабан дүрт тапҡыр еңелә һәм Братина кубогынан төшөп ҡала. Андрей Литвинов даими чемпионатта 33 осрашыуҙа ҡатнаша, шуларҙың унауһында еңеүгә өлгәшә (лигала дүртенсе күрһәткес) һәм 4 тапҡыр иҫәбенә «ҡоро» уйын яҙа. Плей-оффта ул бер матчта ла ҡатнашмай.
 
=== «Салауат Юлаев» (2016—ә.в.) ===
2016 йылдың 12 июлендә Андрей Литвинов [[Континенталь хоккей лигаһы]]нда сығыш яһаған [[Салауат Юлаев (хоккей клубы)|«Салауат Юлаев»]] менән ике яҡлы бер йыллыҡ килешеү төҙөй<ref>[http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/podpisan-kontrakt-s-andreem-litvinovym/ Подписан контракт с Андреем Литвиновым]</ref>. Тимәк, ул «Салауат Юлаев» өсөн дә, уның фарм-клубы «Торос» өсөн дә уйнай ала. Уның командаға килеүе күп һорауҙар тыуҙары, сөнки уның менән бергә «Салауат Юлаев» системаһында бөтәһе 10 ҡапҡасы була. Генераль менеджер Леонид Вайсфельд һәм баш тренер Игорь Захаркин ҡапҡасыларҙың күплеген киләсәктә кәрәк булыуы менән аңлата.
 
== Ҡаҙаныштар ==
* ЮХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы  — 2013.
 
== Статистика ==
: ''Һуңғы яңыртыу: 4 сентябрь 2016''
''Иҫкәрмәләр'': У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О  — отолоуҙар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, «0» — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты
{| class="wikitable" cellpadding=2
|-
Юл 84 ⟶ 89:
|}
<small>* «Плей-офф» урынына Өмөт кубогында уйындары</small>
 
== Шәхси тормошо ==
 
Андрей Литвинов уның кеүек Новокузнецк ҡалаһынан булған Дарья исемле ҡыҙ менән осраша. Улар 2011 йылдан тирәһе башлап бергә<ref>[http://www.vhlru.ru/materials/58199/ Андрей Литвинов: Ради плей-офф ты играешь весь сезон]</ref><ref>[http://hcburan.ru/news/andrei-litvinov-samyi-tikhii-v-komande-eto-ya Андрей Литвинов: Самый тихий в команде  — это я]</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{KHL|17332}}