Литвинов Андрей Витальевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
29 юл:
 
== Карьера ==
Андрей Литвинов Новокузнецкиҙан [[Металлург (хоккей клубы, Новокузнецк)|«Металлург»]] командаһының хоккей мәктәбендә тәрбиәләнә. 2008 һәм 2010 йылдарҙа ул 1993 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Рәсәй финалында уйнай. 2011 йылдың 10 ғинуарынды [[ЙХЛ чемпионаты]]нда сығыш яһаған Новокузнецкиҙан [[Кузнецкие Медведи|«Кузнецкие Медведи»]] өсөн тәү тапҡыр уйнай. 2010/11 йылдар миҙгелендә ул бөтәһе дүрт уйында ҡатнаша, тик бер тапҡырҙа осрашыуҙы башынан аҙағына тиклем тулыһынса үткәрмәй. 2011/12 йылдар миҙгеленең 18 ғинуарында Литвинов тәү тапҡыр бер уйында боҙҙа 60 минут була һәм шулай уҡ беренсегә бер гол да үткәрмәй ҡапҡаһын һаҡлап ҡала. Бөтәһе шул миҙгелдә, Андрей 10 уйында ҡатнаша һәм ике осрашыуҙа еңеүгә өлгәшә.
 
2012/13 йылдар миҙгеленән башлап ул «Металлургтың» [[ЮХЛ]]-да фарм-клубы [[Ариада-Акпарс|«Ариада-Акпарс»]] өсөн уйнай башлай. Тәү тапҡыр Андрей 2012 йылдың 1 октябрендә уйында ҡатнаша, ә 29 ноябрҙә ул осрашыуҙың башынан аҙағына тиклем ҡапҡала тора һәм командаһына еңеү килтерә. 8 ғинуарҙа «Кубань» командаһына ҡаршы уйында ул бөтә 34 һуғыуҙы ҡағып, ЮХЛ-да тәү тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Литвинов клубы менән Братина кубогының ярымфиналына етә һәм шунда «Һарыарҡа» командаһына отола. 2013 йылдың 16 мартында Андрей плей-офф уйындарында тәүгә ҡатнаша. «Ариада-Акпарс» өсөн шул миҙгелдә ул 26 уйын үткәрә һәм шуларҙың унауһын еңә. Шул уҡ миҙгелдә Андрей «Кузнецкие Медведи» өсөн бер уйын уҙғарып өлгәрә һәм шунда командаһы еңелә. Тағы ул Гагарин кубогына эләкмәгән командалар өсөн ойошторолған Өмөт кубогында «Металлург» өсөн бер уйын үткәрә.
 
Киләһе 2013/14 йылдар миҙгелендә «Ариада» өсөн даими чемпионатта ул 19 матчта ҡатнаша һәм ете тапҡыр уйында еңә. Команда Братина кубогына эләгә, әммә шунда тәүге раундта уҡ «Рубин» хоккей клубына 1-3 иҫәбе менән отола. Литвинов Братина кубогының өс уйынында ҡатнаша, берәүһен генә тулыһынса уйнай һәм шуны еңә. ЙХЛ чемпионатында ул һигеҙ осрашыу үткәрә һәм шуларҙың береһен генә еңә. Ошо миҙгелдән һуң Андрейҙың «Кузнецкие Медведи» менән контракты тамамлана.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}