Себер даруғаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Төҙөкләндереүгә}}
[[Рәсем:Ufimskie Darugi.jpg|thumb|250px|Өфө провинцияһын һәм Башҡортостанды даруғаларға бүлеү. Ырымбур губернаһы ланскарталары картаһы. Красильников, 1755 йыл]]
'''Себер даруғаһы''' — XVI быуат аҙағында [[Өфө өйәҙе]], XVIII быуат башында [[Өфө провинцияһы]], [[1744]] йылда алып [[Ырымбур губернаһы]] составына инә. XVII быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — [[Верхотур өйәҙе|Верхотур]] һәм [[Тубыл өйәҙе|Тубыл өйәҙҙәре]], көньяҡ-көнсығышта — [[Ҡаҙаҡ ханлығы]], көньяҡта — [[Нуғай даруғаһы]], көньяҡ-көнбайышта — [[ҠазанҠаҙан даруғаһы]], төньяҡ-көнбайышта [[Уҫы даруғаһы]] менән сиктәш була. 1725—1726 йылдарҙа Себер даруғаһы 24 [[башҡорт]] улусы һәм 3,7 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 йылда — 10 улус ([[Дыуан]], Ҡара-Табын, [[Ҡошсо]], [[Мырҙалар]], Түбәләҫ, Тырнаҡлы, СартҺарт, [[Унлар|Һунлар]], [[Көҙәй|Шайтан-Көҙәй]], [[Әйле]]) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү индерелгәс (1781), Себер даруғаһы территорияһында [[Троицк өйәҙе]], [[Өфө өйәҙе]]нең бер өлөшө, [[Силәбе өйәҙе]], [[Пермь наместниклығы|Пермь]] һәм [[Тубыл наместниклығы|Тубыл наместниклыҡтарының]] берөлөшөбер өлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң тулыһынса бөтөрөлә.
 
== Себер даруғаһы олоҫтары ==
 
# Әй – Әй буйында һәм Урал аръяғында төрлө урындарҙа күлдәр буйында; Айыу тауы буйлап, тауҙар һәм ҡырҙар; Урал аръяғында – киң далалар; Өфө яғынан Уралға тиклем кәрәкле булған арба юлы бар, ә Себер яғынан Урал аръяғы буйлап юл асыҡ.
# Мәкәтин – Урал аръяғы күлдәре буйында; ҙур ҡырҙар, урмандар.
# Бала-Ҡатай – Уралдың ике яғы буйлап, йылғалар һәм күлдәр буйында; Уралдан Өфө яғына тауҙар, урмандар, яландар, ә Урал аръяғында ҙур дала, урман; Өфө яғынан Уралға тиклем юл бар.
# Салйоғот (Челжетуцкая) – Урал аръяғында йылғалар һәм күлдәр буйында Ухтузск заводтарына яҡын, баҡыр заводы тирәһендә; ҡырҙар һәм урмандар; Өфө яғынан кәрәкле юл бар.
# Бәкәтин – Урал аръяғында, күлдәр буйында.
# Һеңрән – Урал аръяғында күлдәр буйлап; ҙур яландар.
# Ҡыуаҡан – Әй һәм Йөрүҙән (Ерезинские) түбәләҫтәрендә һәм Һатҡы йылғаһы буйлап, Урал аръяғында күлдәр буйында; тауҙар, урмандар, ҡырҙар һәм ҙур тауҙар; Өфөнән тауҙар, урмандар, һаҙлыҡтар аша арба юлы юҡ.
# Ҡара-Табын – Ағиҙел һәм Яйыҡ түбәләрендә, ә тап ҡайһы тирәлә икәнлеге Нуғай даруғаһының Ҡара-Табын олоҫон һүрәтләгәндә яҙылған, йорттар бер тирәлә урынлашҡан; Ағиҙел буйлап юл бар, Өфөнән был олоҫҡа тиклем арба менән барып булмай.
# Боҫҡор (Бучкур)- Урал аръяғында, күлдәр буйында; ҙур дала, урман.
# Табын – Ҡара-Табын олоҫо урынлашҡан ерҙәрҙә.
# Уилар – Ҡариҙел һәм Байҡы йылғалары буйында; урман-ҡырҙар бар.
# Һыҙғы – Урал аръяғында, Мейәс йылғаһы һәм күлдәр буйында; ҙур яландар, Ҡариҙел йылғаһы буйлап тауҙар һәм урмандар араһында пристань бар, Өфө өйәҙенең башҡа дин кешеләре һәм Көнгөр өйәҙенең обывателдәре ишкәкле һәм елкәнле ағас караптарға иген тейәп, Өфө ҡалаһына алып килгән; ҡышҡыһын Өфөгә был араны егеүле аттарҙа 5 көндә үтһәләр, йәйгеһен арба юлынан үткәндәр.
 
== Ҡарағыҙ ==
Юл 15 ⟶ 30:
* [http://kraeved.opck.org/biblioteka/bashkortostan/ponyatie_doroga/ponyatie_doroga.php Понятие «дорога» в истории Башкортостана]
* [http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/11211-seber-daru-a-y/ Себер даруғаһы]
*
 
 
[[Категория:Административ берәмектәр]]