Нуғай даруғаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
 
== Нуғай даруғаһы олоҫтары ==
#Мең – Дим, Өршәк, Сәрмәсән йылғалары буйында ята; ҙур булмаған далалары һәм урмандары бар.
#Күрпәс-Табын һәм Табын – Инйәр, Илим ? һәм башҡа йылғалар буйында; Илим буйлап урмандар һәм баҫыуҙар араһында урынлашҡан; урмандар һәм тауҙар буйлап арба юлы юҡ.
#Юрматы – Ағиҙел, Иген, Ашҡаҙар һәм башҡа йылғалар буйында; дала һәм урмандары бар.
#Ҡатай – Инйәр буйлап Ағиҙел үрендә; тауҙарҙа ҙур булмаған урмандар һәм яландар бар; тауҙар, урмандар, батҡылдар буйлап арба юлы юҡ.
#Ҡыпсаҡ – Ағиҙел, Ыҡ, Мәндем йылғалары буйлап, Ағиҙел үрендә; арба юлы юҡ.
#Бөрйән – Ағиҙел, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйында; ҙур булмаған тауҙар, урмандар һәм яландар; тауҙар артында арба юлы юҡ.
#Теләү – Яйыҡ, Миндәк йылғаһы буйында; Урал артында яландар, ә урмандар аҙ; был ерҙәрҙә Уралдан алып арба юлы бар, ә Өфөнән Уралға тиклем - юҡ.
#Һарыш-Ҡыпсаҡ – Ағиҙел буйында; урман-дала.
#Тамъян – Ағиҙел, Нөгөш һәм башҡа йылғалар буйында; тауҙар, урмандар, дала; Ағиҙел буйында урынлашҡан Өфө ҡалаһынан түбәнге йорттарға тиклем арба юлы бар, ә Ағиҙел һәм Нөгөш буйлап үрге йорттарға – юҡ.
#Шуран (Соран) – Урал аръяғында; күлдәр буйлап Себер слободалары яғында йәшәйҙәр, дала, урмандар аҙ, ә Өфө яғынан Уралға тиклем бик ауыр булған арба юлы бар.
#Үҫәргән – Ағиҙел, Ыҡ, Һаҡмар, Йылайыр йылғалары буйында; тауҙар, урмандар, ҙур булмаған яландар бар; тауҙарҙа ла, урмандарҙа ла арба юлы юҡ, Һаҡмар артында – дала.
#Түңгәүер – Ағиҙел, Һаҡмар йылғалары буйында; тауҙар, урмандар, ҙур булмаған яландар; тауҙар һәм урмандарҙа арба юлы юҡ.
#Бәкәтин – Урал аръяғында; күл буйҙарында ҙур далалар, урман, уҫаҡлыҡ һәм ҡайынлыҡ.
#Ҡара-Табын – Ағиҙел түбәләренән алып Урал аръяғында Яйыҡ һәм Уй түбәләре, Мейәс, күлдәр буйында; Ағиҙел буйлап урман, яландар, Урал аръяғынан ҙур дала, урмандар; Өфөнән ошо олоҫҡа тиклем тауҙар һәм урмандар аша арба юлы юҡ, ә Урал аръяғында арба юлы буш.
#Күбәләк-Табын – Яйыҡ һәм Миндәк йылғаһы буйлап; ҙур дала, урман аҙ; Өфөнән Уралға тиклем тауҙар һәм урман аша арба юлы юҡ, Урал аръяғында арба юлы буш.
 
== Ҡарағыҙ ==