Йәншишмә (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
логотип
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
28 юл:
[[1931]] йылда уҡ 10 000-дән ашыу дана тираж йыйыуға өлгәшкән баҫма [[Башҡортостан Республикаһы]]ның мәғариф өлкәһендә оло ярҙамсыға, тәрбиәсегә әйләнә.
 
[[Икенсе бөтә донъя һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, тиражын 20 мең данаға тиклем күтәреүгә өлгәшкән гәзит сығыуҙан туҡтай.
 
Һуғыш йылдары үтеп, тормош бер аҙ яйлана, ил аяҡҡа баҫа башлағас, яңы быуын тәрбиәләүҙә «"Йәш төҙөүсе»"не тергеҙеү көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып алға баҫа. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите [[1959]] йылда «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан донъя күрә башлай. Мәргән, Ишғәле менән Ҡушғәле, аҙағыраҡ Гөлниса исемле үҙенсәлекле геройҙары барлыҡҡа килә. "Башҡортостан пионерыныңпионеры"ның үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Уны уҡып буй еткергән балаларҙың байтағы хәҙер дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар һәм башҡа төрлө белгестәр булып танылды.
 
Гәзит 1991 йылдан «Йәншишмә» исеме менән сыға башлай. 2003 йылдан гәзит төҫлө итеп баҫыла.